RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Арбитраж управляющийҙарҙың эшмәкәрлегенә контролде көсәйтеү зарур

03.02.2012 Арбитраж управляющийҙарҙың эшмәкәрлегенә контролде көсәйтеү зарур

Рөстәм Хәмитов Республика йортонда предприятиеларҙы финанс яғынан һауыҡтырыу һәм банкротлыҡҡа сығыуҙан ҡотҡарыу буйынса эштең йоғонтолоғон күтәреүгә арналған кәңәшмә үткәрҙе.
– Баҙар шарттарында ҡайһы бер предприятиеларҙың банкрот­ҡа сығыуы ҡотолғоһоҙ хәлгә әйләнә. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хәл беҙҙә мөлкәт бүлеү ҡоралына әйләнде: уңышлы эшләп килгән, әммә кемделер «ҡыҙыҡтырған» предприятиеларҙы банкротлаштыралар. Йыш ҡына уларҙың мөлкәтен таратып алалар, ә эшселәре урамда тороп ҡала, – тине Президент. – Килемле эшләгән предприятиелар һаны буйынса Башҡортостан тәүге урынды биләй. Шул уҡ ваҡытта республика банкротланған предприятиелар иҫәбе буйынса ла алда бара, – тип ул был йәһәттән аныҡ һандар килтерҙе һәм былай тип өҫтәне. – «Банкротлыҡ тураһында»ғы Фе­дераль закон предприятиены көрсөктән сығарыу буйынса саралар исемлеген билдәләй. Уларҙың иң мөһиме – финанс яғынан сәләмәтләндереү. Маҡсат асыҡ – предприятиеның рентабелле эшен тәьмин итеү, уның бизнесын һәм эш урындарын һаҡлап ҡалыу. Тик бындай эш ғәмәлдә башҡарылмай. Тимәк, банкротлаштырыу криминаль бизнесҡа әйләнгән.
Бурыслы предприятиеның түләүгә һәләтлеген тергеҙеүгә икенсе процедура булышлыҡ итергә тейеш – ситтән идара итеүҙе индереү. Тик был да һирәк файҙаланыла. Президент һүҙҙәренсә, республикала ошо йәһәттән эш бөтөнләй алып барылмай. Икенсе яҡтан, предприятиелар­ҙың хәлен яҡшыртыуға дәүләт органдары – һалым хеҙмәте, прокуратура, башҡарма власть органдары мәнфәғәттәренең конфликты ла ҡамасаулай. Республика властары, урындағы үҙидара органдары арбитраж управляющийҙарҙы тәғәйенләүгә лә, кредиторҙар йыйылыштарында ҡабул ителгән ҡарарҙарға ла йоғонто яһамай.
Республика финанс яғынан һауыҡтырыу һәм банкротлыҡ өлкәһендәге эштең йоғонтолоғон күтәреү буйынса ведомство-ара комиссияһы ағзалары ошо юҫыҡта килеп сыҡҡан һорау­ҙарға бергәләп яуап эҙләне. Комиссия рәйесе – БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабановтың отчеты Рөстәм Хәмитовта ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырҙы. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кемгә яза бирелгән, кемдең яуап­лылыҡҡа тарттырылыуы тураһында һүҙ булманы, тине ул.
Был мәсьәләләр буйынса сығыш яһаусыларҙың барыһының да тәҡдиме – арбитраж управляющийҙарҙың эшмәкәрлегенә контролде көсәйтеү.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә