03.02.2012 Президент һайлауҙың икенсе туры була ҡалһа…
РФ Хөкүмәте Премьер-министры һәм ил башлығы вазифаһына кандидат Владимир Путин, 4 мартҡа тәғәйенләнгән һайлауҙарҙың икенсе туры булһа, был илдә сәйәси тотороҡһоҙлоҡҡа килтереүе ихтимал, тигән фекерҙә.
«Әлбиттә, еңеүемә ышанмаһам, мин үҙ кандидатурамды күрһәтмәгән дә булыр инем. Һайлауҙың икенсе туры булыу мөмкинлеге ҡануниәттә ҡаралған. Бында ҡурҡыныс бер ни ҙә юҡ, мин әҙер», – тигән ул.
Владимир Владимирович, һайлауға бармайым, унда барыбер Путин еңһен өсөн ниҙер эшләйәсәктәр, тип уйлаған рәсәйҙәргә: «Бер нәмә лә эшләмәйәсәкбеҙ», – тип вәғәҙәләй.
«Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидат һайлауҙа еңелеү ихтималлығы хаҡында ла телгә ала. Уның һүҙҙәренсә, әгәр халыҡ ышаныс күрһәтмәһә, артабан эшләүҙең мәғәнәһе лә юҡ. Путин Президент булып һайланыусыға ярҙам итәсәген дә белдергән.