03.02.2012 Яғыулыҡҡа – 30 процент ташлама
РФ Хөкүмәте Рәйесе В. Путин Тамбовта уҙған кәңәшмәлә нефть компаниялары менән ошо юҫыҡта һөйләшеп килешеүҙәре тураһында белдерҙе. Ташлама ваҡлап һатыу хаҡынан түгел, ә тулайым хаҡтан сығып иҫәпләнәсәк һәм бер литр дизель яғыулығының хаҡы 16 һумдан саҡ ҡына күберәк буласаҡ (хәҙерге ваҡлап һатыу хаҡынан ике тапҡырға кәм).
Ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн бындай ташлама 2009 йылдан бирле күрһәтелә. Былтыр аграрийҙар Рәсәй нефть компанияларынан дизель яғыулығы менән бензинды 2010 йылдың 1 ноябренә ҡарата булған хаҡтарҙан 10 процентҡа кәмерәккә алған булһа, былтыр уларға 2,7 миллион тонна яғыулыҡ шулай уҡ льготалы хаҡтар менән бирелгән.
Башҡортостанда йыл йомғаҡтары буйынса минераль ашламалар һатып алыуға һәм яғыулыҡ-майлау материалдарын арзанайтыуға бүленгән дәүләт субсидияларының күләме 420 млн һумға еткән. Бынан тыш, 90 мең тонна яғыулыҡ уның хаҡының өстән бер өлөшө күләмендәге хаҡҡа ғына бүленгән. Был беҙҙең аграрийҙарға 850 млн һум тирәһе аҡсаны экономиялау мөмкинлеге биргән.