31.01.2012 Асҡында эштәр шәптән түгел
27 ғинуарҙа БР башлығы Асҡын районына сәфәре барышында урындағы социаль объекттарҙы тикшерҙе һәм аҙаҡ райондың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Район үҙәгендә ул мәҙәниәт һәм ял паркы төҙөлгән урынды ҡарап, асҡындарға, ысынлап та, ял итеү урыны кәрәк, тип билдәләне. 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшө менән танышты. Үҙәк район дауаханаһында терапия бүлеге корпусын, поликлиниканы һәм балалар стационарын ҡарап сыҡты. Артабан төбәк башлығы ағас әҙерләүсе һәм эшкәртеүсе «Асҡын урманы» дәүләт унитар предприятиеһының эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды.
Президенттың рәсми сайты аша йорттарына ремонт эшләтеү буйынса ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән Лилиә Мөхәмәтйәнова менән осрашты. Был мәсьәлә буйынса район хакимиәте етәкселегенән булған етешһеҙлектәрҙе ҡыҫҡа ваҡытта бөтөрөү буйынса саралар күреүҙе талап итте.
ҡубыяҙ ауылында Р. Хәмитов урта мәктәптең эшмәкәрлеге менән танышты, башҡорт теле дәресе барған класта булды.
Район үҙәгендә үткәргән кәңәшмәһендә Президент райондың иҡтисади күрһәткестәренең маҡтанырлыҡ түгеллеген билдәләп, быны предприятиелар ябылыу арҡаһында эшсе ҡулдарҙың ситкә китеүе менән бәйләне. Район буйлап йөрөгәндә алған тәьҫораттарының ҡәнәғәтләнерлек булмауы тураһында хәбәр итте.