31.01.2012 Өс һөйләм менән
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтовтың бөгөнгө бойороғо менән төбәктә 1 – 29 февралдә «ҡаргиҙәр» айлығын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был хаҡта уның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Айлыҡ барышын Башҡортостан Республикаһының Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы контролдә тотасаҡ.
Башҡортостан «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» программаһының алтын дипломына лайыҡ булды. 2011 йыл конкурсы һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең 67 предприятиеға лауреат һәм дипломант исеме бирелде. Конкурстың төбәк этабы — «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» республика бәйгеһе 1 февралдә старт ала.
Өфөнөң Дим районында йыл һайын үткәрелеүсе «ҡағыҙға – икенсе ғүмер!» экологик акцияһы старт алды. Уның киләһе этабы 6 февралдә баш ҡаланың Орджоникидзе районында башланасаҡ – унда райондың 30-лаған мәктәбе ҡатнашасаҡ. Сара Өфөнөң Киров, Совет һәм Калинин райондарында ла үтәсәк.
Республиканың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә 367 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Мөрәжәғәттәрҙең 128 меңдән ашыуы эш эҙләү мәсьәләһенә бәйле. Эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе менән мөрәжәғәт итеүселәрҙең яртыһынан күберәге – ҡатындар; халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте иҫәпкә ҡуйғандарҙың 10 проценты – предприятие бөтөрөлөү йәки ойошма хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартыу сәбәпле эшһеҙ ҡалған кешеләр; эш эҙләүселәрҙең 75 процентынан ашыуы бығаса бер ҡайҙа ла эшләмәгән һәм уларҙың дүрттән бер өлөшө – уҡыуҙан һуң эшләргә теләүсе уҡыусылар.
10 һәм 11 февралдә Стәрлетамаҡ физик культура институтында «Сәләмәт тормош өсөн көрәш!» акцияһы сиктәрендә милли көрәш буйынса республика семинар-кәңәшмәһе үтәсәк. Уға Башҡортостан муниципалитеттарының спорт комитеттары рәйестәре, спорт мәктәптәре вәкилдәре, көрәш буйынса тренерҙар саҡырыла. Семинар-кәңәшмә программаһында оҫталыҡ кластары, «түңәрәк өҫтәл»дәр, милли көрәш буйынса күрһәтмә сығыштар һәм матбуғат конференцияһы ҡаралған.
Р. МӘХИЙӘНОВА әҙерләне.