RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ер кендеге Торатауҙы һаҡлайыҡ киләсәк өсөн!

21.09.2010 Ер кендеге Торатауҙы һаҡлайыҡ киләсәк өсөн!

Ер кендеге Торатауҙы һаҡлайыҡ киләсәк өсөн! Һуңғы айҙарҙа үҙенең тирәһендә барған ығы-зығы, төрлө имеш-мимештәрҙән шөбһәләнгән То­ратау, ауыр уйҙарға бирелеп, тынып ҡалғайны. Сентябрҙең ҡояшлы ун һигеҙенсе иртәһендә уны ниндәйҙер йәнлелек һиҫкәндереп уятты. Таң һарыһынан бында тиҫтәләгән машина ағылды, аттарға атланған, мотоцикл­дар­ға ултырған кешеләр ашыҡты. Уларға йәй буйы бер тамсы ла ямғыр тамсыһы күрмәгәнлектән ярылып бөткән юлдан туҙан туҙҙырып килгән йәйәүлеләр ҙә ҡушылды.

Үҙен исеме бөтә донъяға билдәле “Сода” берекмәһе өсөн сеймал итергә хыялланыусыларҙан ҡурсалап, урындағы халыҡтың йыйынға йыйыласағы тураһында ишеткәйне Торатау. Мәгәр, уның яҙмышы был ҡәҙәре кешене тетрәндергәндер тип башына ла килтермәгәйне. Бында ни бер Урман-Бишҡаҙаҡ, ҡанаҡай, Әхмәр, Ишәй ауылдары халҡы ғына йыйылмаған икән дә. Ана, Ишембай, Салауат, Стәр­летамаҡ, Өфө ҡалаларынан да, ут күршеләребеҙ Татарстан Респуб­ликаһынан, Пермь, Ырымбур өлкәләренән дә бихисап кеше килгән. Араларында башҡорттар ғына түгел, урыҫ, татар, сыуаш милләтлеләр ҙә күп. Йәй башында тау итәгендә “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы ойошторолғайны. Шунан бирле был тиклем дә ҙур сара булғаны юҡ ине әле бында.
Үҙен яҡлап сығыш яһаусыларҙы ирәйә биреберәк тыңлап ятты Торатау. Хатта бер аҙҙан, маҡтауға түҙмәй, ҡатып барған билен яҙып, торобораҡ та ултырҙы. Был ваҡытта ул тағы ла ҙурыраҡ, тағы ла мөһабәтерәк күренде. Башҡалар быны һиҙгәндерме, мәгәр үҙенә шулайыраҡ тойолдо уның. Телмәр тотоусылар ҙа байтаҡ ҡына икән дә. Барыһының да әйткәндәрен иҫендә ҡалдырмаһа ла, ҡайһы берҙәренең һүҙҙәре күңеленә уйылып ҡалды Торатауҙың.
– Мәскәүҙәргә бөгөн сеймал кәрәк, шуға улар, халыҡ мәнфәғәтен һанға һуҡмай, рухи байлығыбыҙ булған Торатауыбыҙға оятһыҙ рәүештә ҡул һуҙа. Бөгөн изге тауыбыҙҙы олигархтарға һатһаҡ, иртәгә яңы тыуған сабыйҙарыбыҙҙың күҙенә нисек ҡарарбыҙ, йәмәғәт? Шуға күрә лә барыбыҙ ҙа бер булып, үҙебеҙҙең фекеребеҙҙе юғарыға еткерергә тейешбеҙ. Торатауға ҡағылаһы булмаһындар! Ул – Башҡортостаныбыҙҙа йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙың да уртаҡ байлығы. – Таный был мыйығына сал ҡунған, мыҡты кәүҙәле күҙлекле уҙаманды Торатау. Ул – Башҡорт дәүләт университеты профессоры Марат ҡолшәрипов.
Профессор сығыш яһап бөтөүгә, майҙан уртаһына республикабыҙҙың тағы бер арҙаҡлы шәхесе килеп сыҡты. Бәй, билдәле ғалим, фольклорсы Рәшит Шәкүр үҙе лә баһа! Уҙған быуаттың һикһәненсе йылдары аҙағынан алып көрәш юлында был егет. Ана бит, милләт, тел, ил тип йөрөй торғас, бирешеп тә киткән һымаҡ. Тик күҙҙәренән элеккесә ялҡын урғылып тора. Рух һүнмәгән әле Шәкүрҙә, киреһенсә, ул нығынған, сыныҡҡан. Бындай уҙамандар барҙа, бәлки, киләсәге әллә ни ҡурҡыныс та түгелдер Торатауҙың.
– Ошоға оҡшаш тауҙар донъяла бик һирәк, хатта юҡтыр ҙа, – тип башланы үҙенең сығышын Рәшит Шәкүр. – Был – беҙҙең шанлы тарихыбыҙ, аяныслы бөгөнгөбөҙ, өмөтлө киләсәгебеҙ. Әгәр беҙ бөгөн Торатауыбыҙҙы һаҡлап алып ҡала алмаһаҡ, иртәгә телебеҙҙе лә, йолаларыбыҙҙы ла, мәҙәниәтебеҙҙе лә, милләтебеҙҙе лә, унан килеп Башҡортостаныбыҙҙы ла юғалтасаҡбыҙ.
Халыҡ алдына сығып, үҙен яҡлар­ға йөрьәт итеүселәр араһында Ишембай ҡалаһы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин, БР тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Әхәт Ша­һиев, Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, шағирә Фирҙәүес Бәширова, шағир Риф Мифтахов, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гүзәл Ситдиҡова, Башҡортостанда йәшәүсе чечендар­ҙың “Барт” ойошмаһы рәйесе Лом-Али Исраилов, “Юрматы” башҡорт халыҡ үҙәге етәксеһе Данияр Мөхәммәтов, билдәле крайҙы өйрәнеүсе, Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе уҡытыусыһы Абдрахман Вәлидов, йәштәр, үҫмерҙәр, балалар ҙа бар ине.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, Торатау уларҙың ҡайһы берҙәрен сырамыта, күптәрен танымай ҙа. Шулай ҙа күңеле булды тауҙың, һүнеп барған өмөттәре лә ҡайтанан дөрләп китте, ә инде, митинг һуңында, унда ҡатнашыусылар ҡулға-ҡул тотоношоп, тере сылбыр кеүек үҙен уратып алғас, төҫһөҙләнә башлаған күҙҙәренән йәш бәреп сыҡты. Былай булғас, йәшәйәсәк әле ул, йәшәйәсәк!

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе.

Ишембай районы.
Гөлназ ИШЕМБАЕВА фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә