27.01.2012 400 «тегеүле ауыҙ»
ҡырғыҙстанда төрмәлә ултырыусы 400 ир, протест белдереп, ауыҙҙарын теккән. Бишкәктең тикшереү изоляторында ултырыусылар, тәртип булдырыуҙы талап итеп, аслыҡ иғлан иткән. Хөкөм ителеүселәр СИЗО хеҙмәткәрҙәренең ҡаты ҡыланыштарына һәм туғандары менән осрашыуҙарҙың сикле булыуына ризаһыҙлыҡ белдерә.
Билдәле булыуынса, изоляторға ябылған 1300 кешенең 260-ҡа яҡыны ғына ашай. Уларға теләктәшлек йөҙөнән ҡырғыҙстандың һәммә колониялары һәм СИЗО-ларында тиерлек аслыҡ иғлан итеүселәр бар. Был дәүләттә ауыҙ тегеү тәүгә түгел. Быға тиклем дә өс хөкөм ителеүсе төрмә етәкселәренә ҡарышып ауыҙын теккән була.