27.01.2012 Федераль хеҙмәттәр вәкәләттәрен төбәктәр үҙҙәре башҡара ала
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Юрий Герций менән осрашыуҙа халыҡ мәшғүллеге, хеҙмәт закондары өлкәһендә контроль-күҙәтеү вәкәләттәрен бойомға ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Рөстәм Хәмитов төбәктәге эшһеҙлек мәсьәләһенең яйлап юлға һалыныуын, эш урындары булдырылыуын, хеҙмәт хаҡының күтәрелеүен, әммә һуңғы мәсьәлә буйынса Рәсәй кимәленән артта ҡалыуыбыҙҙы билдәләне. Уҡытыусыларҙың, табиптарҙың эш хаҡын күтәреү, ауыл хужалығын үҫтереү, хеҙмәт хаҡын түләү буйынса тотҡарлыҡтарҙы бөтөрөүҙең нисек хәл ителеүе тураһында айырым һүҙ алып барылды.
– Һеҙҙең яҡтан хәл итеүҙә ярҙам һоралған мәсьәләләребеҙ ҙә бар, – тине Рөстәм Хәмитов, юғары ҡунаҡҡа мөрәжәғәт итеп. – Ул – иң тәүҙә вәкәләттәрҙе федераль кимәлдән республика кимәленә төшөрөү. Шулай уҡ методик ярҙамға ла мохтажбыҙ.
Федераль ведомство башлығы быға яуап итеп мәшғүллек хеҙмәте эшен ойоштороу буйынса вәкәләттәрҙең субъект ҡарамағында булыуы эштең сифатын күтәреү һәм уның хеҙмәттәре менән халыҡтың файҙалана алыуы яҡшы аҙым булып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.