24.01.2012 Санкт-Петербургта «Башҡортостан» сауҙа йорто асыласаҡ
Был йорт ҡаланың тарихи үҙәгендә – Сапер тыҡрығында урынлашасаҡ һәм сауҙа нөктәһе генә түгел, ә эшҡыуарҙарҙың осрашыу урыны ла буласаҡ.
165,7 квадрат метр майҙанда Башҡортостан тауарҙарын һатыу күҙаллана. Төньяҡ баш ҡала халҡына башҡорт балы, сыр һәм колбаса, сәнәғәт продукцияһы, сувенирҙар тәҡдим ителәсәк. Эргәлә – республика предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итергә теләүселәр өсөн офистар, ошонда уҡ төбәктең шифахана-курорттарына йүнәлтмә алырға мөмкин буласаҡ.
Сауҙа йортоноң рәсми асылыуы апрелдә көтөлә.
А. ЗИННУРОВА.