24.01.2012 Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында – яңы етәксе
БР Президенты Р. Хәмитов Рәмил Исҡужинды республиканың ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры итеп тәғәйенләне.
Рәмил Кәбир улы Исҡужин 1958 йылдың 5 мартында Бөрйән районында тыуған. 1984 йылда БДУ-ның юридик факультетын тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты.
2007 – 2011 йылдарҙа – РФ Федераль Йыйылышының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Конституцион закондар сығарыу һәм дәүләт ҡоролошо буйынса комитет рәйесе урынбаҫары.
Рәмил Исҡужин «БР-ҙың атҡаҙанған юрисы», «РФ Прокуратураһының почетлы хеҙмәткәре» исемдәренә, РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советының Почет грамотаһына эйә.