24.01.2012 Президенттың иғтибар үҙәгендә – Белорет менән Әбйәлил райондары
Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Белорет ҡалаһына сәфәре барышында “Морат” тау саңғыһы үҙәгендә булғандан һуң, кәңәшмә йыйып, комплекстың тау саңғыһы һәм ҡышҡы туризмды үҫтереүҙең заманса кимәленә тап килмәүен билдәләп, 2015 йылға уны бөгөнгө стандарттарға яраҡлаштырырға, инфраструктураһын үҫтереү өсөн шәхси капиталды йәлеп итергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Шул уҡ ваҡытта республика үҙ өҫтөнә тау битләүен яһалма ҡар менән ҡаплау, трассаны яҡтыртыу, креслолы канат юлын төҙөү эштәрен аласаҡ, тип белдерҙе.
Ултырыш барышында Белорет менән Стәрлетамаҡтағы тау саңғыһы үҙәктәрен тергеҙеү буйынса берҙәм заказсы функцияларын үҙ иңенә аласаҡ структура булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Төбәк башлығы ошо уҡ көндө яҡынса 400 шәхси төҙөлөш алып барылған яңы микрорайон үҫеше, балалар баҡсаһын төҙөү барышы менән танышты.
***
Рөстәм Хәмитов шул уҡ көндө Әбйәлил районына барҙы. Унда ул Төньяҡ Үләнде күле эргәһендә төҙөлә башлаған ял йортон, Геологоразведка ауылында 50 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы төҙөлөшөн, Таштимер ауылында мебель етештереү менән шөғөлләнгән бәләкәй предприятиены ҡараны, ошо уҡ ауылда кәзә ҡымыҙы етештереүсе фермала булды, авария хәлендәге Тупаҡ ауылы мәктәбе торошон тикшерҙе.