RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Владимир Путин. Рәсәй: Милли мәсьәлә

24.01.2012 Владимир Путин. Рәсәй: Милли мәсьәлә

РФ Хөкүмәте Премьер-министры, Рәсәй Президентына кандидат Владимир Путиндың сираттағы һайлау алды мәҡәләһе баҫылды. Алдан билдәләүенсә, Путин уны милли мәсьәләгә арнаған.
«Рәсәй өсөн милли мәсьәлә, уның күп төрлө теле, йолалары, этностары, мәҙәниәте менән, ысын кимәлдә фундаменталь әһәмиәткә эйә. Һәр бер яуап­лы сәйәсмән ил йәшәйешенең төп шарты гражданлыҡ һәм милләт-ара татыулыҡ булыуын аңларға тейеш», − тип башлаған Владимир Владимирович үҙ яҙмаһын.
Ысынлап та, бөгөн этник-ара, дин-ара көсөргәнеш үҫә барғанын тоябыҙ. Милләтселек, дини инаныс йыш ҡына радикаль төркөмдәр өсөн идеология базаһына әйләнә. Был, Путин фекеренсә, йәмғиәтте тарҡата. Бынан тыш, милли мәсьәләнең «ҡуйырыуы» арҡаһында үҙенең толерантлығы менән ғорурланыу­сы илдәр ҡатмарлы хәлдә ҡалды. Бында миграцияның көсәйеүе лә роль уйнамай ҡалмай. Хатта килеүселәрҙең тотош бер быуыны үҫеп етеп, йыш ҡына тотош кварталдар, ҡалалар хасил була. Күскенселәр йәшәгән иленең телен дә өйрәнмәй йәшәй бирә, күп осраҡта социаль пособиелар ҙа алалар. Артабан аҫаба халыҡ, әлбиттә, быға ҡарата ризаһыҙлыҡ белдерә. Шул рәүешле ксенофобия барлыҡҡа килә.
«Беҙҙең милли һәм миграция проблемалары туранан-тура СССР тарҡалыуға бәйле. Суверенитет «таратыу» осоронда, 20 йыл элек, ул саҡтағы депутаттар Рәсәй эсендә милли дәүләттәр төҙөү процесын башҡарҙы. Ә союз үҙәге автономиялар менән аҫтыртын «уйын» алып бара башланы. Хәҙер иһә кем ғәйепле икәнен белә алмайҙар. Бер нәмәһе асыҡ – был сепаратизмға һәм тарҡатыуға алып бара (һүҙ Рәсәй биләмәһенең бөтөнлөгө хаҡында).
Тарихи Рәсәй этник дәүләт түгел, ул быуаттар дауамында күп милләтле ил булараҡ үҫешкән». Путиндың был һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар. Илдә үҙ ерендә рустар менән ҡатнашып йәшәгән йөҙҙәрсә милләт халҡы көн күрә. Был хаҡта тарихсылар күп яҙған. Премьер-министр – Президентлыҡҡа кандидат, илдәге ошо үҙенсәлекле цивилизацияны бер епкә теҙеүсе – рус халҡы, рус мәҙәниәте, ти. Тап ошо епте провокатор­ҙар өҙмәксе була ла инде.
«Кавказды туйындырыу етте, тип ҡысҡырыуҙан һуң, Себерҙе, Алыҫ Көнсығышты, Уралды, Волга буйын, Мәскәү янын һ.б. туйындырыу етте, тигән лозунгылар ҙа сыҡмаҫ тимә. СССР-ҙы тарҡатҡанда ла нәҡ ошондай алымдар ҡулланылған. Беҙ – күп милләтле, әммә берҙәм халыҡ. Был илебеҙҙе ҡатмарлы, күп яҡлы итә, үҫешкә иҫ киткес ҙур мөмкинлектәр бирә. Шул уҡ ваҡытта күп милләтле йәмғиәтте милләтселек «ҡорттары» зарарлаһа, ул көсөн һәм ныҡлығын юғалта», − тип яҙа Путин. Һәм ул милләт мәсьәләһен мәғарифҡа ла бәйләй. Бында рус телен, рус әҙәбиәтен, Ватан тарихын өйрәнеүҙе киң йәйелдереү күҙ уңында тотола. Әлбиттә, милли йолаларҙың, мәҙәниәттең бай контексында.
Путин һүҙҙәренсә, беҙҙең илдә йәшәүсе һәр кем үҙенең милләтен, динен оноторға тейеш түгел, шул уҡ ваҡытта иң тәү сиратта ул Рәсәй гражданы булып ҡалырға, ошоноң менән ғорурланырға тейеш. Бер кемдең дә милли һәм дини үҙенсәлектәрҙе дәүләт законынан өҫтөн ҡуйырға хоҡуғы юҡ. Дәүләт закондары үҙҙәре милли һәм дини үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алырға тейеш.
Тағы ла бер принципиаль нәмә − беҙгә үҙебеҙҙең демократик күп партиялы системаны үҫтерергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта төбәктәрҙә, шул иҫәптән милли республикаларҙа төбәк партиялары булдырыу­ға мөмкинлек бирергә ярамай. Был − сепаратизмға тура юл.
Владимир Путин яҙмаһын былай тип тамамлай: «Беҙ башҡарасаҡ эштәрҙең йүнәлешен беләбеҙ. Тарихтан тәжрибәбеҙ ҙә бар. Менталитетта, мәҙәниәттә, милләтте билдәләүҙә лә ҡеүәтле таянысыбыҙ бар. Ата-бабаларҙан ҡалған илде нығытасаҡбыҙ. Быуаттар буйына бергә йәшәнек, ҡурҡыныс һуғышты еңдек, артабан да бергә ҡаласаҡбыҙ. Ә кемдәрҙер беҙҙе бүлгеләргә тырыша икән, уларға бер нәмә әйтәм – көтөп тороғоҙ!».










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә