RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

24.01.2012 Донъя яңылыҡтары

Тағы ла буласаҡмы?

Токио университеты ҡарамағындағы Сейсмология ғилми-тикшеренеү институты, Японияның баш ҡалаһында тағы ла ҡеүәтле ер тетрәү булыуы ихтимал, тигән һығымтаға килгән.
Ер тетрәү ихтималлығы бик юғары − 70 процент. Тәбиғәттең был ҡурҡыныс «күстәнәсе» киләһе 30 йыл эсендә буласаҡ, тип фаразлайҙар.
2011 йылда Японияның бик күп халҡын ҡырған ер тетрәү ҙә 600 йылға бер генә тапҡыр була торғандар иҫәбенән. Был фажиғәлә 19 мең тирәһе кеше үлгән һәм хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә.

Иң шәп ҡыҙҙар

РФ Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко менән йырсы Алла Пугачева Рәсәйҙең иң абруйлы ҡатын-ҡыҙҙары исемлеген етәкләй.
Исемлектә был ике ҡатындан һуң РФ Президентының матбуғат секретары Наталья Тимакова килә.
Абруйлы, илебеҙгә ҙур йоғонто яһаған ҡа­тын-ҡыҙҙар­ҙың исемлеген Рәсәйҙә бе­ренсе тап­ҡыр төҙөй­ҙәр. Уға сә­йә­сәт, бизнес өлкәһендәге ҡарар­ҙарға тәьҫир иткән, юғары пост яулаған йәки кешеләрҙең фекер итеүенә йоғонто яһаған ҡатындар ингән. Тәүге ун иң шәп гүзәл зат иҫәбенә РФ Президенты Дмитрий Медве­девтың ҡатыны Светлана Медведева менән илебеҙҙең иҡтисади үҫеш министры Эльвира Нәбиуллина, спортсы Алина Кабаева ла ингән. Әлбиттә, Ксения Собчак та ситтә ҡалмаған.

Икенсе тур

Финляндия халҡы үҙенең етәксеһен бер турҙа ғына һайлай алманы.
Хәҙер был илдә президент һайлауҙарының икенсе туры үтәсәк. Финляндия менән етәкселек итеү өсөн 63 йәшлек Саули Ниинисте менән 53 йәшлек Пекка Хаависто көрәшә.
Тәүге турҙа Саули Ниинисте йәшерәк кандидаттан күберәк тауыш йыйған, әммә ил башлығы булып һайланыр өсөн етерлек процент туплай алмаған.

Һалым түләмәүселәр иғтибарына!

Грецияның Финанс министрлығы һалым түләүҙән ҡасып йөрөгән физик шәхестәрҙең исемлеген бөтә халыҡҡа күрһәтергә булған.
Быға тиклем илдә һалым түләмәгән кешеләрҙе даими эҙәрлекләп, ҡулға алырға ла маташтылар. Әммә һалым түләмәүселәрҙең бөтәһе лә залог биргәндән һуң иреккә сығарылды.
Бөгөн Грецияла һалым түләмәүселәр киң мәғлүмәт сараларында йыш телгә алына. Илдәге иҡтисади көрсөк бюджет аҡсаһын нисек тә булһа арттырыуҙы талап итә һәм урындағы власть органдары мөмкин булған бөтә сараларҙы ла ҡулланып, килеп тыуған проблеманы хәл итергә тырыша.

Үәт, әй!

Иркутск өлкәһе губернаторы Дмитрий Мезенцев менән «Яблоко» фирҡәһе лидеры Григорий Явлинскийҙы Рәсәй Президенты посы өсөн көрәшәсәк кандидаттар исемлегенән һыҙып ташларға йыйыналар.
Эксперттар фекеренсә, был кандидаттар йыйып килтергән исемлектә ялған исемдәр бар һәм улар­ҙың документтарын ҡайтанан етди тикшерәсәктәр.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә