20.01.2012 Мылтыҡ уйынсыҡ түгел
Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше ғүмере өҙөлгән
Республикабыҙҙың нефть компанияларының береһендә эшләүсе инженер һунар мәлендә фажиғәле һәләк булған. Бәхетһеҙ осраҡ Илеш районының Йондоҙ ауылынан 500 метр алыҫлыҡта булған.
Илеш районы прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ирҙең ғүмере һунар мылтығы менән һаҡһыҙ ҡыланыуы арҡаһында өҙөлгән. Тәү ҡарауға ябай ғына күренеш: һунарсы саңғыла тауға күтәрелгәндә ҡапыл артҡа тәгәрәй. Шул саҡта яурынына аҫҡан ҡоролған мылтығы ағас ботағына эләгә һәм... атыу яңғырай. Ул ирҙең йөрәгенә тура килә.
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәһе буйынса, мылтыҡ футлярҙа йәки махсус чехолда йөрөтөлөргә, ә патрондар айырым һаҡланырға тейеш. ҡоролған мылтыҡ менән йөрөү ҡәтғи тыйыла. Ошо ябай ғына ҡағиҙәне үтәмәү күңелһеҙ хәл тыуҙырҙы.
Үкенескә күрә, һунар мәлендә ошондай хәлдәр булып тора. Бер һунарсы икенсеһенә яңылыш атып йәрәхәтләгән, йә ғүмерен өҙгән осраҡтар ҙа булды. Атыу ҡоралы уйынсыҡ түгел, шуны онотмағыҙ.
Г. ЯХИНА.