20.01.2012 «Газпром» республикаға ярҙам итәсәк
Республика Президенты Р. Хәмитов Мәскәүҙә «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер менән осрашты.
Унда Башҡортостанға газ поставкалау, республикала «Газпром-нефтьСалауат» предприятиеһында технопаркы булған Бөтә Рәсәй газ химияһы үҙәге булдырыу, ауылдарға газ үткәреү (был маҡсатта республикаға 300 миллион һум аҡса бүленгән), компанияның хоккей буйынса донъя чемпионатында һәм башҡа спорт сараларында, «Газпром» – балаларға» тигән программала ҡатнашыуы, социаль яуаплылыҡ мәсьәләләре ҡаралды.