RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Милләтте сәләмәтләндереү – көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе

20.01.2012 Милләтте сәләмәтләндереү – көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе

Республикабыҙға ошо көндәрҙә Рәсәй Прези­ден­тына кандидат Владимир Путинға ярҙам итеү буйынса үҙәк халыҡ штабының мобиль төркөмө ағзаһы булараҡ килгән Милли медицина палатаһы президенты, Ашығыс балалар хирургияһы һәм травматологияһы ғилми-тикшеренеү институты директоры Леонид Рошаль Башҡортостандың медицина активы менән осрашыуының төп темаһын «Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҙгәртеп ҡороуҙа граждандар йәмғиәтенең роле» тип билдәләне.
Доктор Рошаль республиканың медицина йәмәғәтселегенә Милли медицина палатаһы ҡатнашлығында әҙерләнгән һәм Рәсәй Президентына кандидат Владимир Путиндың һайлау алды программаһын формалаштырыу­ға нигеҙ итеп алынған Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының «Халыҡ башлан­ғыстары» программаһының бер өлөшө булып торған «Сәләмәт милләт» программаһын тәҡдим итте.
Леонид Рошаль, үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы, 2000 йылдар башындағы һәм хәҙерге этаптағы хәлде анализлап, йәмғиәтебеҙҙең төрлө өлкәләге аныҡ ҡаҙаныштарына туҡталды. Төп проблемаларҙы һәм уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләп, ул Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең хәҙерге торошона айырым иғтибар биреүҙәрен һораны. Леонид Рошалдең фекеренсә, медиктар берләшмәһе менән биш йыл элек әүҙем тикшерелгән Рәсәй һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү концепцияһының һаман ҡабул ителмәүе Ватан медицинаһының йылдам үҫешеүенә етди кәртә булған. Шуға күрә РФ Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы закондарҙы ҡабул итеүе, ҡағиҙә булараҡ, медицинаның практик ихтыяждарына яуап биреүсе бихисап төҙәтмә менән оҙатылып килә. Һәм бында граждандар йәмғиәте институттары, медицина хеҙмәткәрҙәренең йәмәғәт берекмәләре ҙур роль уйнай. Быйыл көсөнә ингән «Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау нигеҙҙәре тураһында»ғы Федераль закон менән дә шулай килеп сыҡҡан. Доктор Рошалдең билдәләүенсә, табиптар берлегенең ныҡышмалылығы арҡаһында уға 109 төҙәтмә индерелгән.
Асыҡ диалог форматында үткән осрашыуҙа медицина ярҙамы күрһәтеү стандарттарынан, эш хаҡынан һәм медицина хеҙмәткәр­ҙәренә социаль ярҙамдан башлап һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге вәкәләттәрҙе муниципаль берәмектәргә тапшырыу, профилактик медицинаны үҫтереү, предприятиеларҙа һаулыҡ һаҡлауға тиклем Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҙгәртеп ҡороу­ҙың төрлө аспекттары тикшерелде. Леонид Рошалдең үтенесе буйынса, бөтә һорауҙар ҙа теркәлеп, артабан тикшереү өсөн уға тапшырылды. Уның әйтеүенсә, властарҙың иғтибарын яҡын арала тап ошо мәсьәләләргә йүнәлтергә кәрәк буласаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә