13.01.2012 Туҡталыш ҡағиҙәләрен боҙғандар өсөн – штраф!
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитеты ағзалары һуңғы ултырышында республикабыҙҙың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына төҙәтмәләрҙе тикшерҙе.
Төҙәтмәләр юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыуға йүнәлтелгән һәм автомобиль транспорты өсөн даими туҡталҡалар, шулай уҡ дөйөм ҡулланылыштағы туҡталыштар ойоштороуға ҡағыла. Закон сығарыусылар муниципалитеттарға һәм төбәк юл хужалығы идаралығына автомобиль хәрәкәтенә ҡамасаулыҡ тыуҙырмаһын өсөн парковкаларҙы, парковка урындарын, шулай уҡ туҡталыу пункттарын үҙгәртеп ҡороу вазифаһын йөкмәтмәксе.
Тәҡдимдәр буйынса, дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙағы парковкаларҙы ҡулланыу һәм уларҙы булдырыу тәртибен боҙған өсөн граждандарға – 500 һумдан 2 мең һумға, вазифалағы кешеләргә – 7 мең һумдан 15 мең һумға, юридик шәхестәргә 20 мең һумдан 50 мең һумға тиклем административ штраф һалыу ҡарала.