13.01.2012 Дүрт тәбиғәт объекты тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителде
Республика Хөкүмәтенең 2011 йылдың 30 декабрендәге ҡарары менән уникаль тәбиғәт ландшафттарын һаҡлап ҡалыу һәм рекреацион ресурстарҙы һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында дүрт тәбиғәт объекты һәм комплексы – республика әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы, ә улар биләгән территориялар айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тип иғлан ителде.
Тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә Ғафури районындағы мәмерйәләр, Мәләүез районындағы ҡарағайлыҡ үҙәне һәм райондың Озерки ауылы эргәһендәге ҡарағайлыҡ, шулай уҡ Нуриман районындағы Билгеләр күле һәм һаҙлығы индерелгән, был биләмәләрҙе һаҡлау режимы булдырылған.