13.01.2012 Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығында яңы етәксе
Рәсәй Президентының 2011 йылдың 17 декабрендәге Указы менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы итеп Валерий Шәйхетдин улы Хисаметдинов тәғәйенләнде.
Валерий Хисаметдинов 1960 йылдың 1 майында Стәрлетамаҡта тыуған. 1977 йылда – ҡаҙан Суворов хәрби училищеһын, 1981 йылда Новосибирск юғары хәрби-сәйәси училищеһын тамамлай. 1981−1999 йылдарҙа Байкал аръяғы һәм Волга буйы хәрби округтарында хеҙмәт итә. 1995 йылда ҡораллы Көстәр Гуманитар академияһын алтын миҙалға тамамлай. 2005 йылдан Эске ғәскәрҙәр полковнигы идаралыҡ начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләгән, 2010 йылдың октябренән – беренсе урынбаҫар, 2011 йылдың апреленән идаралыҡ директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы булған.