10.01.2012 Өс һөйләм менән
Өфөлә ҡабаттан «Нәсихәт» реабилитация үҙәге эш башланы. Ул наркомандарҙы һәм эскелектән арына алмаусыларҙы ҡотҡарыу маҡсатын ҡуя. 2009 йылдан алып үҙәк 150 кешегә ярҙам иткән.
Яңы йыл байрамдарынан һуң «Такси тураһында» Федераль закон үҙ көсөнә инә. Уға ярашлы, лицензия техник тикшереү үткән, такси кузовына төҫлө график схема төшөрөлгән, машина башына такси икәнен танытыусы фонарь ҡуйылған, эсендә таксометры булған автомобиль хужаларына бирелә. Халыҡты борсоған автомобилде махсус төҫкә буяу (беҙҙең төбәк өсөн һары төҫ һайланған) нормаһы тураһындағы мәсьәлә 2014 йылға тиклем кисектерелеп тора.
Башҡортостанда йәшәүселәр 2012 йылда 246 көн эшләй, 120 көн ял итәсәк, улар иҫәбенә 15 байрам һәм 5 өҫтәмә байрам көндәре (6, 9 ғинуар, 20 август, 5 ноябрь) инә. ҡорбан, Ураҙа байрамдары ла ғәҙәттәгесә байрам ителәсәк. Улар РФ Юғары суды тарафынан законлы тип табылды.
«Иң яҡшы һауыҡтырыу лагеры» Бөтә Рәсәй смотр-конкурсына йомғаҡ яһалды. Быйыл беренсе тапҡыр ғына үткәрелгән конкурсҡа 38 ғариза ҡабул ителгән, балалар һаулығын нығытыу учреждениелары хәүефһеҙлек, йәшәү, һаулыҡты нығытыу һәм ял итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыуы, һәр миҙгелгә әҙерлектең ваҡытында үткәрелеүе кеүек талаптарға яуап бирергә тейеш булған. Бөтә шарттарҙы ла теүәл үтәп, Башҡортостандың «Шифа» лагеры конкурста беренсе урынды яулаған.
Японияның Токио ҡалаһында Азия – Тымыҡ океан парламент форумының 20-се сессияһы асылды. Рәсәй делегацияһы составында унда Башҡортостандан РФ Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов ҡатнаша. 20-се сессия барышында климаттағы үҙгәрештәр, терроризм һәм наркотиктар әйләнешенә ҡаршы көрәш, ядро хәүефһеҙлеге мәсьәләләре күтәреләсәк.
Өфөнән ике яҙыусының − Игорь Фролов («Бельские просторы» журналы хәбәрсеһе) һәм Игорь Савельевтың («Версия Башкортостана» гәзите хеҙмәткәре) әҫәрҙәре 2011 йылдың иң һәйбәт 15 хикәйәһе исемлегенә инде. Улар Рәсәйҙең Юрий Казаков исемендәге премияһына дәғүә итә. Премия рус телендә яҙылған һәм былтыр беренсе тапҡыр ташҡа баҫылған әҫәр авторына тапшырыла.
Көн һайын тәүлек дауамында Башҡортостан халҡы РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса идаралығына 8 (347) 233-99-99 телефоны аша мөрәжәғәт итә ала. Уларға унда шылтыратып, үҙҙәрен борсоған һорауҙарына яуап алыу мөмкинлеге бар. Шулай уҡ ниндәйҙер ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында хәбәр итергә, консультация алырға йәки бирергә, идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренең профессиональ әҙерлек кимәле менән ҡыҙыҡһынырға була.
Р. ДӘҮЛӘТОВА әҙерләне.