RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беҙ нисәү, нисек йәшәйбеҙ?

06.01.2012 Беҙ нисәү, нисек йәшәйбеҙ?

Федераль Дәүләт статистикаһы хеҙмәте 2010 йылғы йәниҫәптең тәүге һөҙөмтәләрен иғлан итте
Быға тиклем дә, үткән перепистән алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, гәзитебеҙҙә дөйөм ил халҡы яҡынса күпме булыуын яҙғайныҡ. Әле Рәсәй статистика идаралығы теүәл һандар хаҡында хәбәр итте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ – Рәсәйҙә 142,9 миллион кеше йәшәй, 2002 йылдан алып 2,3 миллионға (ҡалала – 1,1, ауылда – 1,2 миллионға) кәмегәнбеҙ. Быға иң тәү сиратта халыҡтың тәбиғи әҙәйеүе «ғәйепле». Тағы ла миграция күрһәткестәре булышлыҡ иткән.
Түбәндә – мөһим күрһәткестәр һәм һандар.

Халыҡ ҡайҙа артҡан?

Илдә ҡала халҡы – 105,3 миллион (74 процент), ауылда йәшәүселәр 37,6 миллион кеше (26 процент) тәшкил итә. Әйткәндәй, ҡалалар һаны 2386 (ҡалалар һәм ҡала тибындағы ҡасабалар), ауылдар – 134 мең.
Халыҡ тығыҙлығы тигеҙ түгел. Кеше иң күп йәшәгән төбәктәр Үҙәк, Волга буйы, Себер федераль округтарында.
Ике перепись араһында халыҡ Үҙәк һәм Төньяҡ Кавказ федераль округында ғына артҡан. Мәҫәлән, Үҙәк округта 2002 йылда 38 миллион кеше иҫәпләнһә, былтыр 38,4 миллионға еткән. Төньяҡ Кавказда иһә 8,9 миллиондан 9,4 миллионғаса артҡан. Мәскәү халҡы ла миллион ярымға күбәйгән. Уның ҡарауы, ауылдарҙың хәле мөшкөлләнгән. 8500 ауыл бөтөнләй юҡҡа сыҡһа, 20 меңгә яҡыны, теркәлгән хәлдә лә, уларҙа берәү ҙә йәшәмәүе асыҡлан­ған.
Сағыштырыу өсөн:
Үҙәк федераль округ – 38,4 миллион (2002 йылда – 38 миллион, артабан йәйә эсендә 2002 йыл күрһәткестәре)
Төньяҡ-көнбайыш федераль округ – 13,6 (14)
Көньяҡ – 13,9 (14)
Төньяҡ Кавказ – 9,4 (8,9)
Волга буйы – 29,9 (31,1)
Урал – 12,1 (12,4)
Себер – 19,3 (20,1)
Алыҫ Көнсығыш – 6,3 (6,7)

Гүзәл заттар күберәк

ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәргә ҡарағанда 10,8 миллионға күберәк. Көслө заттың кәмеүе хеҙмәткә яраҡлы ирҙәрҙең үлеме юғары булыуына бәйле. 2010 йылда 1000 ир-атҡа 1163 ҡатын-ҡыҙ тура килгән (2002 йылда – 1147).
Гүзәл заттың һан буйынса өҫтөнлөк итеүе 30 йәштән башлана (2002 йылда 33 йәштән булған).
Ил халҡының уртаса йәше – 69. Был күрһәткес 1,3 йәшкә артҡан.

Кәмегәндәр: хеҙмәткә яраҡлылар, балалар һәм үҫмерҙәр

Ике йәниҫәп араһында хеҙмәткә яраҡлылар һаны 1 миллион кешегә әҙәйгән. Ошо төркөмгә ҡараусыларҙың яртыһы 35 йәштән өлкәнерәк. Әйткәндәй, хеҙмәткә яраҡлы йәштән өлкәндәр һаны 1,9 миллион кешегә күбәйгән.
Балалар һәм үҫмерҙәр иҫәбе, киреһенсә, 3,2 миллионға кәмегән. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙағы тыуым 8 йәшкә тиклемге балаларҙың 20 процент­ҡа тиерлек артыуына килтергән.

Ғаилә парҙары, йәш әсәләр

Ғаилә парҙары – 33 миллион (2002 йылда – 34 миллион). Уларҙың 13 проценты ЗАГС-та теркәлмәгән (2002 йылда – 10 процент). Айырылышыуҙар артҡан. 2002 йылда 16 йәштән кесерәк 3,7 мең кеше үҙен никахта тип белдерһә, хәҙер ундай­ҙар ике тапҡырға кәмегән.
Тәүге тапҡыр бала тапҡан ҡатындар­ҙың яртыһынан күбенә 20 – 24 йәш. 20 процент тирәһе – ошо йәштән йәшерәк, ә ете проценты – 30 йәштән өлкән.

Шәхси хужалыҡтар

Халыҡ иҫәбен алған ваҡытта 54,6 миллион шәхси йорт хужалығы теркәлгән. Унда уртаса 2,6 кеше иҫәпләнә (2002 йылда – 2,7), аңлайышлыраҡ телдә әйткәндә, күп хужалыҡтарҙа бер йә ике генә кеше йәшәй.
Шәхси йорт хужалығында йәшәүсе 15 – 72 йәшлек 109 миллион кешенең 66 проценты иҡтисади яҡтан әүҙемлеген күрһәткән. 29 проценты кире яуап биргән, биш проценты был пунктты яуапһыҙ ҡалдырған. Иҡтисадта ҡатнашлығы булғандарҙың 94 проценты – ялланып эшләүселәр.
Үҙ эшмәкәрлеген кеше яллап алып барыусы эш биреүселәр һаны – 1,4 миллион кеше.
Кооператив ағзалары йә ғаилә предприятиеһына бушлай ярҙам итеүселәр – 100 мең кеше.

Милләт, туған тел

2010 йылда 22 иң күп һанлы милләт теркәлгән (400 меңдән ашыу кеше).
Ил халҡының 138 миллионы рус телен белеүен күрһәткән. Башҡа киң танылған телдәр­ҙән инглиз, татар, немец, чечен, башҡорт, украин, сыуаш телдәрен атағандар.
Дөйөм халыҡтың 80,9 проценты үҙҙәрен рус тип белдергән (2002 йылда 80,6 процент). Иң күп һанлы милләттәр 2002 йылға ҡарағанда үҙгәрмәгән. Рустарҙан һуң татарҙар (3,87 процент), украиндар (1,41), башҡорттар (1,15), сыуаштар (1,05) килә. Әйткәндәй, чечендар ҙа ошо бишәүгә яҡынлашҡан: дөйөм халыҡтың 1,04 процентын тәшкил итә, һуңғы һигеҙ йылда 70 мең кешегә артҡандар. Ғөмүмән, илдә украиндар кәмегән (2002 йылда улар 2,05 процентты тәшкил иткән), ә чечендарҙан ҡала әрмәндәр һәм аварҙар һаны артыуы күҙәтелә.
Шуныһы ҡыҙыҡ: милләтен әйтмәүселәр һаны 5,6 миллионғаса уҡ еткән (3,6 миллион кеше хаҡында мәғлүмәт административ сығанаҡтар­ҙан алынған, ике миллионының милләте билдәләнмәгән).
Туған телгә килгәндә, халыҡтың 93,8 процентының теле милләтенеке менән тап килә. Рустарҙан тыш, 5,7 процент кеше туған теле тип рус телен атаған.

Гражданлыҡ, илдә ваҡытлыса йәшәүселәр

Беҙҙең илдә йәшәүселәр­ҙең 99,4 проценты – Рәсәй граждандары, 0,7 миллионы башҡа дәүләттәрҙеке. 0,2 миллионының гражданлығы юҡ, ә 79 меңе ике ил гражданы иҫәпләнә.
Рәсәйҙә ваҡытлыса йәшәүсе 489 мең кеше бында килеү сәбәбен түбәндәгесә күрһәткән: 66 проценты – эшкә, 6,6 проценты – уҡырға, 5,7 проценты – ял итергә, дауа­ла­ныр­ға, турист булып, 1,3 проценты – эш буйынса ко­ман­дировкаға килгән. 20 проценты башҡа сәбәптәрҙе атаған, йә мәғлүмәт бирмәгән.
Беҙҙә сит илдәрҙән иң күбе Үзбәкстандан килеүселәр – 131,1 мең. Артабан Украина (93,4 мең), Тажикстан (87,1), Әзербайжан (67,9), Әр­мәнстан (59,4) граждандары.

Белем кимәле

Рәсәй халҡының 91 проценты төп дөйөм белемгә эйә. 60 проценты һөнәри белемле (юғары, урта һәм башланғыс һөнәри белем). Юғары белемлеләрҙең дөйөм һанынан 4,3 проценты (1,1 миллион) – бакалавр, 2,3 проценты магистр (0,6 миллион) дәрәжәле.
Юғары белемле белгестәр­ҙең 707 меңе вуздан һуң да уҡыған (2002 йылда – 369 мең). Илдә 596 мең фән кандидаты, 124 мең фән докторы бар.
10 йәш һәм унан өлкәндәр араһында наҙанлыҡ кәмегән.

Йәшәү сығанаҡтары

Йәшәү сығанаҡтары хаҡында мәғлүмәт биреүселәрҙең 72,5 проценты бер генә килем сығанағына эйә. 23,1 процентына килем ике ерҙән килә, өс һәм унан да күберәк килем сығанағы барлығын халыҡтың 1,5 проценты белдергән.
Халыҡ аҡсаны, башлыса, хеҙмәт эшмәкәрлегенән ала.
Шәхси ярҙамсы хужалыҡтан килем алыусылар һаны – 15 миллион кеше.
Эш менән мәшғүл булыу­сыларҙың 1,7 миллионы бер нисә эштә эшләүен күрһәткән.
Һаҡлыҡ суммаһына, дивидендтарға, проценттарға йәшәүселәр һаны – 641 мең. 369 мең кеше милкен ҡуртым­ға биреүҙән, патент һәм авторлыҡ хоҡуғы буйынса килгән аҡсаға йәшәй.
Дөйөм халыҡтың 28 проценты алимент ала, башҡа кешенең иждивениеһында йә ярҙамында йәшәй.

Пенсионерҙар, пособие алыусылар

ҡартлыҡ буйынса, социаль, ҡараусыһын юғалтыу буйынса, хеҙмәт стажына ҡарап сыҡҡан пенсия (за выслугу лет) алыусылар һаны биш процентҡа артҡан. Шулай уҡ инвалидлыҡ буйынса пенсия алыусылар 10 процентҡа өҫтәлгән.
Пособие алыусылар иһә (эшһеҙлек пособиеһынан тыш), 2002 йылға ҡарағанда, 35 процентҡа кәмегән. Уларҙың күбеһе – 16 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмер­ҙәр.
Эшһеҙлек пособиеһын йәшәү сығанағы тип 1,4 миллион кеше күрһәткән. 900 мең кеше өсөн ул түләү – төп, ә 771 меңенә – берҙән-бер сығанаҡ.


Әйткәндәй

2010 йыл һуңындағы социологик һорашыуҙар күрһәтеүенсә, халыҡтың байтағы иҫәп алыусыларҙы көтһә лә, улар килмәгән. Мәҫәлән, «Superjob» порталы ойоштор­ған һорау алыуҙа ҡатнашыу­сыларҙың 20 проценты переписчиктарҙың килмәүен, үҙҙәренең дә махсус үҙәктәргә мөрәжәғәт итмәүен белдергән. Ғөмүмән, халыҡ иҫәбен алыуҙа шәхсән ҡатна­шыу­сылар өлөшө лә, 2002 йыл менән сағыштырғанда, кәмегән – 76 проценттан 65-кәсә төшкән.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә