RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Владимир Путин менән һөйләшеү. Дауамы

17.12.2011 Владимир Путин менән һөйләшеү. Дауамы

Владимир Путин менән һөйләшеү. Дауамы
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин кесе йомала унынсы тапҡыр ил граждандары менән тура телеһөйләшеү үткәрҙе. Владимир Влади­мирович был йоланы ил башлығы булған саҡта, 2001 йылдың 24 декабрендә башлап ебәргәйне, шунан һуң йыл һайын декабрҙә «Владимир Путин менән һөйләшеү. Дауамы» тигән программа эфирға сыға.

РФ Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау шаңдауы

Владимир Путинға ошо темаға ҡағылышлы һорауҙы иң беренсе итеп биреү ҙә дөп-дөрөҫ булғандыр. Сөнки декабрҙең иң сағыу ваҡиғалары иҫәбенә нәҡ әлеге сәйәси сара инә.
«Болотная майҙанына сыҡҡан халыҡҡа ҡарата фекерегеҙ?» − тигән һорауға Путиндың яуабы түбәндәгесә булды: «Илдәге процестарға − иҡтисад өлкәһендәме, социаль йә сәйәси тормоштамы – халыҡтың үҙ фекерен белдереүе − ғәҙәти күренеш. Был закон сигендә булһа, әлбиттә. Мин йәштәрҙең дә сығып, үҙ позицияларын әйтеүҙәрен күрҙем. Был мине ҡыуандыра. Әгәр ошо «Путин режимы» һөҙөмтәһе икән, был яҡшы. Оппозиция белдереүенсә, һайлау­ҙар­ҙағы фальсификация тураһында һүҙ йөрөтөү ҙә яңылыҡ түгел. Оппозиция шуның өсөн дә бар. Ул власть өсөн көрәшә. Власҡа килер өсөн әлеге етәкселәргә хаталарын күрһәтергә, уларҙы ғәйепләргә тырыша. Беҙҙә һайлау намыҫлы үттеме, тигәндә инде, минеңсә, һөҙөмтәләр илдәге ысынбарлыҡты күрһәтә. Эйе, власть партияһы ла айырым позицияһын юғалтҡан икән, бында ла аптырарлыҡ нәмә юҡ. Беҙ ауыр көрсөк кисерҙек. Йәшәү кимәле төштө, күптәр эшен юғалтты, оппозиция иһә бөгөнгө хәл менән ҡәнәғәт булмағандарҙы үҙ рәтенә алырға тырыша. Ә көрсөктә башҡа илдәрҙә нимә булып ятҡанын ҡарағыҙ. Барыбер «Берҙәм Рәсәй» алдынғылығын һаҡлап ҡала алды. Оппозиция һәр саҡ һайлауҙың намыҫлы үтмәүен күрһәтергә тырыша. Был һәр саҡ шулай булды, бөтә илдәрҙә лә шулай... Мин Үҙәк һайлау комиссияһына илдең бөтә һайлау участкаларына веб-камералар ҡуйып сығырға ҡушам. Бөтә 90 мең участкаға ла. Һәм был камералар тәүлек әйләнәһенә эшләһен, ил күрһен. Интернетҡа сығарырға ла, әйҙә, барыһы ла йәшниктәр тирәләй нимә булғанын ҡараһын. Ошо фальсификацияны бөтөнләйгә юҡ итер».
Әйткәндәй, Премьер-министр менән әңгәмәлә һайлау темаһына әленән-әле әйләнеп ҡайтылды. Шулай ҙа Путин үрҙәге фекерендә ҡалды.

Президент булһа...

Владимир Путин белдереүенсә, үткән йылдарҙа социаль өлкәлә күп эш башҡарылды. 2000 йылдарҙа ил халҡының 29 проценты фәҡирлектең «аръяғында» йәшәй ине. Бөгөн был күрһәткес − 12,5 процент. Бынан тиҫтә йылдар элек эш хаҡы уртаса 2232 һум тәшкил итте. Әгәр инфляцияны ла иҫәпләһәк, бөгөн эш хаҡы 7400 һум булырға тейеш. Ә беҙҙә улай түгел, әлбиттә, юғары, тип әйтеп булмай, шулай ҙа 23 400 һум бит. Иҡтисад үҫеше – 4,2 − 4,5 процент, ә Европала − 1 − 1,2. Ғөмүмән, күп эш башҡарылды, алда тағы ла күберәк бурыстар тора.
Беҙгә сәйәси системаны нығытыр­ға кәрәк, тине Премьер-министр. Тотороҡлоҡ тураһында һөйләгәндә, ул бит бер урында тапаныу түгел, ә тотороҡло үҫеш тигәнде аңлата. Үткән йылдарҙа тап шулай булды. Киләсәктә лә ошоно дауам итеү күҙ уңында тотола.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Был темаға тәүге шылтыратыу Төмәндән булды. Ил буйынса тарифтар 15 проценттан да юғарыраҡ күтәрелмәйәсәк, тиһәләр ҙә, әлеге төбәктә унан артып киткән. Владимир Путинға ошо хаҡта еткерелгәс, ул түбәндәгесә яуапланы: «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре кешенең иң «ауыртҡан ере»нә әүерелде. Бында намыҫһыҙлыҡ та, алдау ҙа етерлек. Ағымдағы йылда 15 процент сик, тип билдәләгәйнек тә, уртаса ул 13,5 процент тәшкил итте. ҡайҙалыр юғарыраҡ күтәргәндәр икән, хәбәр итегеҙ».

Милиция, полиция...

«Мин был тармаҡтағы реформа менән баштан уҡ шөғөлләнмәнем, − тине Путин Эске эштәр министрлығындағы үҙгәрештәр хаҡындағы һорауға яуап итеп. − Был реформа тәү сиратта хәрбиҙәрҙең хеҙмәт хаҡын күтәреүгә ҡағыла. Тап ошо органдарға лайыҡлы кешеләр эшкә килеүен тәьмин итергә тейеш. Сөнки эш хаҡы − етди фактор. Беҙ бит, хәйерсе аҡсаһы алған милициянан нимә көтөргә була, тигәнде йыш ишеттек. Хәҙер полицияның эшмәкәрлеге асыҡлығын даими күҙәтеп барырға тейешбеҙ. Әгәр ҙә кешенең һөҙөмтәле эшмәкәрлеген теләйбеҙ икән, хеҙмәт хаҡын да күтәрергә тейешбеҙ».

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ

Был тәңгәлдә ошо тармаҡта эшләүселәргә кредиттар тураһында һүҙ булды. «Кредит алыу мөмкинлеге − мөһим нәмә. Бында бик ентекле иғтибар кәрәк. Беҙҙә иҡтисадты кредитлау кимәле донъялағынан әллә ни айырылмай. Шул уҡ ваҡытта кредит әүҙемлеге лә артыҡ булһа, хәүефле. Мәҫәлән, ҡушма Штаттарҙа хатта нуль процент менән тиерлек кредит бүлеүҙәре мөмкин. Был бөтә донъя иҡтисады өсөн ыңғай нәмә түгел. Беҙҙең Үҙәк банк, Финанс министрлығы бик һаҡ эшләйҙер, тип уйлайым. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡҡа килгәндә, төбәктәрҙән дә, федераль бюджеттан да ярҙам бар. Быйыл 10 миллиард һум аҡса бүленгәйне, тағы өҫтәлде, бәләкәй бизнесҡа һалымды кәметеүҙе лә билдәләргә кәрәк. Ошондай эш артабан да алып барыласаҡ», − тине Путин.

Түләүле медицина һәм поликлиникаларҙағы сират

Хөкүмәт Рәйесе әйтеүенсә, «Рәсәйҙә медицина эшмәкәрлеге нигеҙҙәре тураһында» РФ Законында нимә түләүле, нимә бушлай икәне асыҡ күрһәтелгән.
«Бөтә проблема 1993 йылда халыҡты медицина ярҙамы менән тәьмин итеү тураһындағы мәсьәләне төбәктәр кимәленә күсереү хаҡындағы ҡарарҙан һуң башланды, буғай. Был яҡшы тормоштан шулай эшләнмәне. Федерация финанслай алмауы арҡаһында. Ә төбәктәр иһә һаулыҡ һаҡлауҙы үҙ мөмкинлектәренә ҡарап финансланы. Илдә бит субъекттар­ҙың мөмкинлеге төрлөсә.
Сираттарға килгәндә, был да урындарҙа средстволар етмәүгә бәйле. Шуға ла беҙ һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыуҙы, йәғни модернизациялауҙы индерҙек. Программа эшләй һәм халыҡ уны тойор тип ышанам».

Төбәк етәкселәрен һайлап ҡуйыу

Ошондай темалағы һорау ҙа бирелде Рәсәй Президентлығына кандидатҡа. Владимир Путин губернаторҙарҙы, республикалар етәкселәрен тәғәйенләүҙе иң мөһим мәсьә­ләләрҙең береһе тип һанай. Власҡа бөгөнгөләй билдәләүҙе, үҙе әйтеүенсә, 2000 йылда Кавказда граждандар һуғышы барғанда индергән. Ул саҡта төбәк етәкселәренең күбеһе урындар­ҙағы ярым криминаль элитаға таянып «һайланған», власҡа килеү өсөн төрлө «эштәр» ҡылынған. «Минеңсә, − тине Путин, − Президент кимәлендә ниндәйҙер фильтр булыуы мөһим. Мәҫәлән, төбәк парламенты үҙенең кандидатураһын күрһәтә икән, был тәҡдим мотлаҡ ил Президенты аша үтеп, әлеге кандидатуралар тура йәшерен һайлау өсөн халыҡҡа тәҡдим ителә. Мотлаҡ Президент «күҙенән үткәс» кенә».

Мосолман байрамдары булырмы?

Был һорау Өфөнән яңғыраны. Алдан шуны әйтеү кәрәктер, әлбиттә, әлеге мәсьәлә етди генә, әммә башҡа төбәктәрҙән айырмалы рәүештә беҙҙән булған һорауҙар бер ҙә йәшәйештең ҡәтғи проблемаларына ҡағылманы. Әллә улар юҡ, әллә барыһы ла һәйбәт...
Рөстәм Таймаҫов атлы ир-егет Путинға Рәсәйҙең Юғары суды сығарған ҡарарға бәйле һорауын бирҙе. Йәғни ҡорбан һәм Ураҙа байрамдары республикала ял көнө булмаясағы хаҡындағы ҡарар тураһында.
«Өфөлә күп тапҡыр булдым. Татарстан менән эске ярыш тураһында ла беләм. Шулай ҙа Башҡор­тостандың элекке Президенты Мортаза Рәхимов ваҡытында республика үҫешенең тос аҙымдарын билдәләмәү мөмкин түгел. Проблемалар ҙа бар, әлбиттә. Өфө лә үҫешә. Шул уҡ ваҡытта ул Рәсәйҙә ислам дине үҙәге булып тора. Ураҙа байрамы − һәйбәт байрам, әммә ҡорбан килтереү йолаһын ғына, бигерәк тә мосолман булмаған төбәктә, кешеләрҙе шаңҡытмаҫ өсөн бар халыҡ алдында башҡармаҫҡалыр. Байрамдарҙы тыйыуға килгәндә, бының нисек килеп сығыуын белмәйем. Билдәле булыуынса, Юғары суд ҡарарын бойомға ашырмай тора. Иң һуңғы ҡарарында барыһы ла иҫәпкә алыныр тип уйлайым», − тип яуапланы Владимир Путин.
Әйткәндәй, Өфөнән тағы бер һорау ҡышҡы ваҡытҡа күсмәүҙең кире йоғонто яһауы хаҡында булды. Премьер һүҙҙәренсә, әлегеләй мөрәжәғәттәр күп, киләсәктә улар иҫәпкә алынасаҡ.

Балалар пособиелары

«Ни өсөн Хабаровск крайында күп балалы әсә бер төрлө пособие ала, башҡа төбәктә − икенсе сумма?» − тигән һорауға яуап түбәндәгесә: «Беҙҙә балалар пособиелары ике төрлө сығанаҡтан түләнә. Федераль түләү бер балаға 13 мең һум самаһы ине, киләһе йыл 14 мең һумға тиклем күтәреләсәк. Әгәр ике бала икән, хеҙмәт хаҡының тулыһы тиерлек түләнә. Эшләмәгән әсәләргә лә түләүҙәр бар − тәүге балаға ике мең һум самаһы, икенсеһенә − дүрт мең һум тирәһе. Был сумма ла индексациялана».

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә