17.12.2011 «Һеҙ йәштәр өсөн лайыҡлы өлгө»
Республика йортонда күп бала тәрбиәләгән 60 әсәгә «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды. Төрлө район-ҡалаларҙан килгән бүләкләнеүселәр араһында ябай хужабикәнән алып һауынсылар, хат ташыусылар, тәрбиәселәр, уҡытыусылыр, бухгалтерҙар, хатта директорға тиклем бар. Бүләкләнеүселәргә наградаларын һәм аҡсалата премияларын тапшырып, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов әсәләрҙең йәмғиәттәге ролен юғары баһаланы.
− Илдең киләсәге хаҡында һүҙ сыҡһа, тәү сиратта демографик хәлде иҫкә төшөрәбеҙ. Күп балалы ғаиләләрҙе дәүләт яғынан социаль яҡлау киләсәктә лә һаҡланасаҡ һәм өҫтөнлөктәргә эйә буласаҡ, тип ышандыра алам. Сөнки республикала бюджеттың 70 проценты социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә китә. Күп балалы, татыу, өлгөлө ғаилә − йәштәр өсөн лайыҡлы өлгө, − тине ул.
Әсәләр ҙә үҙҙәренең хеҙмәтен баһалағаны, күп балалыларға иғтибары өсөн хөкүмәткә рәхмәт әйтергә онотманы. Тантана һуңынан гүзәл зат вәкилдәре иҫтәлеккә фотоға төштө, сәй табынында әхирәттәре менән аралашты.
З. ХӘСӘНОВА.