17.12.2011 Ҡала хакимиәтендә үҙгәрештәр
14 декабрҙә Өфө ҡала советы ултырышы үтте. Унда Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Павел Качкаевтың Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайланыуы сәбәпле, уның вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Совет ултырышында БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡатнашты.
ҡала советы депутаттары конкурс һөҙөмтәләре буйынса яңы башлыҡ тәғәйенләнгәнгә тиклем Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыуҙы ваҡытлыса Ирек Ялаловҡа йөкмәтеү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Әлегә тиклем Ирек Ялалов БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры булып эшләне.