RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Һөйләшеүгә һәр саҡ әҙермен»

17.12.2011 «Һөйләшеүгә һәр саҡ әҙермен»

– Башҡортостан – Рәсәй­ҙең иң ҙур һәм көслө төбәктәренең береһе. Халыҡ һаны буйынса ул Рәсәйҙә етенсе урынды биләй, – тине Пре­зидент, әлеге көндә республикала дүрт миллиондан ашыу кеше йәшәйеүен билдәләп. – Рес­публика, баш­ҡорт нефтенән тыш, балы, авиадвигателдәре, үҙенсәлекле тәби­ғәте менән дә билдәле.
Шулай уҡ Баш­ҡор­тос­танда туризмды, тау саң­ғыһын үҫтереү өсөн мөмкинлектәр ҙур булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, был йүнәлештә эште әүҙемләштерергә кә­рәк­легенә баҫым яһаны.
Республика башлығы йылдың һәр өлкәлә лә уңыштарға бай булыуын бил­дәләп үтте.
– Беҙ бар йүнәлештә лә ыңғай күрһәткестәр менән киләбеҙ, зарланырлыҡ урын юҡ. Республиканың финанс хәле тотороҡло, бурыстарыбыҙ юҡ, кредит та алмайбыҙ. Сәнәғәт етештереүе күләмен былтырғы кимәлгә ҡарата 110 процентҡа үтәнек, тауар әйләнеше лә арта, ауыл хужалығында ла ҙур уңыш йыйып алдыҡ, – тине ул, республиканың иҡтисади үҫешенә баһа биреп.
Президент әйтеүенсә, республика иҡтисады оҙаҡ йылдар нефть табыу һәм эшкәртеүгә йүнәлеш тотһа, һуңғы ваҡытта модернизациялауға һәм инвестициялар йәлеп итеүгә өҫтөнлөк бирелә башланы һәм был йүнәлештә ярай­һы ғына уңыштар ҙа бар.
Журналистар менән ос­рашыуҙа Башҡортостан Пре­зиденты Рөстәм Хә­митов был айҙың төп сәйәси ваҡиғаһы – һайлауға ла баһа биреп үтте.
– Һайлауҙар ойошҡанлы, яҡшы үтте. Беҙҙең республика өсөн йөҙ ҡыҙарырлыҡ түгел, һайлауҙар ғәҙел уҙ­ҙы. Һайлау участкаларында тиҫтәләгән күҙәтеүсе эш­ләне, улар тарафынан бер ниндәй иҫкәрмәләр ҙә булманы, – тине ул. Республи­калағы һайлау һөҙөмтәләренең Рә­сәй кимәленән дә юғары булыуын үҙенә булған ышаныс та итеп ҡабул итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә