RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Европаға Башҡортостандан күп нәмәгә өйрәнергә була»

10.12.2011 «Европаға Башҡортостандан күп нәмәгә өйрәнергә була»

«Европаға Башҡортостандан күп нәмәгә өйрәнергә була»
2011 йылдың 4 декабрендә Рәсәйҙә үткән парламент һайлауҙарын ярты миллионға яҡын Рәсәй һәм халыҡ-ара күҙәтеүсеһе күҙәтте.
Башҡортостан Республикаһы һайлаусылар һаны буйынса Рәсәйҙең иң ҙур төбәктәренең береһе, ә һайлау участкаларының иҫәбе буйынса, ғөмүмән, ул беренсе урында килә. Республиканың һайлау участкаларында ла ете меңгә яҡын күҙәтеүсе эшләне, шул иҫәптән 15 халыҡ-ара күҙәтеүсе. Улар барыһы ла республика халҡының изге күңеллелеген билдәләне һәм һайлау барышы менән ҡәнәғәт ҡалыуҙарын белдерҙе.
Күҙәтеүселәрҙә һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Финляндияның антифашистар комитеты рәйесе Йохан Бекман әйтеүенсә, бындай яңылыҡ тотош Европа өсөн ҡыҙыҡлы.
«Граждандар контроле» советы ағзаһы Станислав Карпов фекеренсә, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының эше теүәл һәм бик дөрөҫ ойошторолған. «Етди тәртип боҙоуҙар, иҫкәрмәләр булманы. Мәскәүгә һәм Хельсинкиға күтәренке кәйеф менән сығабыҙ», – ти ул.
ҡаҙағстан ҡунағы, БДБ-нан күҙәтеүселәр миссияһы күҙәтеүсеһе Ж. Макашев республика һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары госпиталенең һайлау участкаһында һайлау барышын күҙәтте. ҡаҙағстан вәкиленә һайлау участкаһын ойоштороу ғына түгел, ә ветерандарға ҡарата йылы һәм ихтирамлы мөнәсәбәт тә оҡшаған. «Бындай һайлауҙарҙы әле бер ерҙә лә күргәнем юҡ», – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты ул.
– ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күҙәтеүселәребеҙ менән дуҫлашып та өлгөрҙөк, – тине, һайлауҙарға йом­ғаҡ яһап, республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев. – Мәҫәлән, Джозеф Ллойд Уоралл менән Довиль Стоке­викуиттэ хәҙер йәнә Башҡор­тостанға Президент һайлауҙарында күҙәтеүсе сифатында ҡатнашыу өсөн килергә хыяллана. Йохан Бекман Мәскәүҙә Башҡортостанда үткән һайлауҙар тураһында интервью бирергә лә өлгөргән. Үҙенең интервьюһында ул һайлауҙарҙың демократик шарттар­ҙа үтеүен һәм закон нормаларының теүәл үтәлеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала.

С. АМАНТАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә