03.12.2011 Күп балалы 2222 ғаилә бушлай ер алған
Башҡортостанда өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе 33 меңдән ашыу ғаилә йәшәй. 14 мең ғаиләлә инвалид бала үҫә. Үрҙәге һандан 3 мең тирәһе ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж.
БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығынан белдереүҙәренсә, ноябрь башына 4093 ғаилә муниципалитеттар хакимиәттәренә торлаҡ буйынса ярҙам итеүҙәрен һорап ғариза яҙған.
2222 күп балалы ғаиләгә бушлай ер участкалары бирелгән. БР Хөкүмәте был юҫыҡта тейешле ҡарар ҙа ҡабул иткәйне.