03.12.2011 Өс һөйләм менән
Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында «Һиндостан хазинаһы» тип аталған күргәҙмә асылды. Унда туҡылған келәмдәр, ынйынан эшләнгән биҙәүестәр, тәбиғи материалдан төрлө әйберҙәр, мебель тәҡдим ителә. Һәр кем ҡәһүәнең айырым сорттарынан, Көнсығыш илдәренең тәм-томдарынан ауыҙ итә ала.
Йыл башынан Башҡортостанда 1 миллион 613 мең 973 тонна һөт һауылған. Уның 551 мең 270 тоннаһы ауыл хужалығы предприятиеларында, ҡалғаны шәхси хужалыҡтарҙан йыйылған. Һөттө иң күбе Стәрлетамаҡ, Саҡмағош хужалыҡтары тапшырған.
Октябрьский ҡалаһы «Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы» Бөтә Рәсәй конкурсында «100 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡала» номинацияһында өсөнсө урын яулаған. Бәйгелә ҡалаларҙың торлаҡ-коммуналь хужалығы үҫешенә, муниципаль берәмектең төҙөклөк күрһәткесенә төп иғтибар бүленгән. Еңеүселәргә РФ Хөкүмәте дипломдары һәм аҡсалата премиялар тапшырылған.
Йыл башынан Федераль миграция хеҙмәтенә, яҡындарын эҙләп, 700 кеше мөрәжәғәт иткән. Мәғлүмәттәр эҙләп табылған кешенең рөхсәте менән генә бирелә. Яҡындарын табырға теләүселәргә Өфө ҡалаһы, Аксаков урамы, 93 а адресы буйынса мөрәжәғәт итергә була.
67 йылдан һуң Бөрйән районының Байғаҙы ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Дәмулла Баязитовҡа III дәрәжә Дан ордены тапшырыласаҡ. Был наградаға ул 1944 йылда лайыҡ була, ләкин тапшырылмай ҡала. Яугирҙың туғандарының юллауы буйынса орден тапшырылыуы тураһында документтар табыла.
Башҡорт дәүләт аграр университетының «Колос» махсус студент отряды Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының юғары уҡыу йорттары студенттары слетынан еңеү менән ҡайтты. 40-тан ашыу студент отряды араһынан команда башҡарылған эш күләме һәм сифаты, юғары тәртип кимәле, ялды ойоштороу йәһәтенән иң яҡшыларҙан тип билдәләнгән. Башҡортостан командаһының еңеүе киләһе йылда конкурсты беҙҙә үткәреү хоҡуғын бирә.
Йәрмәкәй районының Йәрмәкәй ауылында яугир-интернационалистарға һәм локаль һуғыштарҙа ҡатнашҡандарға иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Ул район үҙәгенең Еңеү паркында урынлаштырылды. Йәрмәкәйҙәр ҡораллы бәрелештәрҙә биш яҡташын юғалтҡан.
Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй конкурсында Өфөнөң 35-се мәктәбенән башҡорт теле уҡытыусыһы Эльза Толомбаева «Юғары һөнәри оҫталыҡ өсөн» номинацияһында еңеү яулап, жюриҙың махсус призына лайыҡ булған. Унда илдең 47 төбәгенән туған тел уҡытыусылары ҡатнашҡан. Э. Толомбаева быйыл республиканың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары бәйгеһендә лә еңеүсе булғайны.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.