RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тауышыбыҙ – яҡшы тормош өсөн

06.12.2011 Тауышыбыҙ – яҡшы тормош өсөн

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау үтте

Президент башҡаларға өлгө күрһәтте
Тауышыбыҙ – яҡшы тормош өсөн
Республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатыны менән 9 сәғәт 50 минутта Нефтселәр мәҙәниәт һарайында урынлашҡан һайлау участкаһына килеп, үҙ тауышын бирҙе һәм башҡаларға ла бөтә ил өсөн бындай мөһим сәйәси ваҡиғанан ситтә ҡалмау кәрәклеген күрһәтте.
Тулҡынланып та, борсолоп та көткән Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһына һайлауҙар көнө үтеп тә китте. Күптәр, һайлауҙарҙың һөҙөмтәһен көтөп, 4 һәм 5 декабрҙә көнө-төнө күҙҙәрен телевизорҙан, ҡолаҡтарын радионан айыра алманы. Кем, ҡайһы партия еңер? Көткән бойомға ашырмы? Халыҡ яңылышып ҡуймаҫмы?
Һәм бына, ниһайәт, һайлауҙарҙың тәүге йомғаҡтары менән танышып, еңел һулап ҡуйылды: барыбер «Берҙәм Рәсәй» еңгән! Баш­ҡортостан Республикаһы буйынса һайлау бюллетендәрен 100 процент эшкәртеү һөҙөмтәләре партияларҙың ниндәй урындар биләүен күрһәткән.
Тауыш биреүҙәр көнөндә Башҡортостанда һайлауҙарға килгән халыҡ һаны 79,3 процент тәшкил иткән (2007 йылдағы һайлауҙарҙан 10,44 процентҡа кәмерәк). «Берҙәм Рәсәй» башҡа партияларҙан күпкә алда бара − БР Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова хәбәр итеүенсә, ул 70,5 процент тауыш йыйған. Икенсе урында − 15,65 процент тауыш йыйыусы КПРФ. Артабан партиялар­ҙың һайлаусылар тауышын алыуы түбәндәгесә: ЛДПР − 5,20, «Справедливая Россия» − 4,5, «Патриоты России» − 0,54, «Яблоко» − 1,25, «Правое дело» − 0,39 процент.
Волга буйы федераль округы буйынса Татарстан Республика­һында 4 декабрҙә сәғәт 12-лә үк һайлаусылар­ҙың 33 проценты (иң ҙур һан) тауыш бирергә килгән. Та­тарстандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Анатолий Фомин хәбәр итеүенсә, ҡайһы бер район­дарҙа был һан хатта 50 һәм 70 процент тәшкил иткән.
БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев әйтеүенсә, һайлаусылар исемлегенә 2 миллион 82 мең 481 кеше индерелгән һәм шуларҙың 651 941-е − 21,8 проценты көндөҙгө сәғәт 12-гә тиклем тауыш бирергә килгән. Уның һүҙҙәренсә, һайлау бюллетендәрен эш­кәртеү комплекстары ҡуйылған участкаларҙа һайлаусыларҙың әүҙемлеге лә юғары. Ә электрон һайлауҙар төбәктең 178 участкаһында ойошторолған.
Мордовия Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, 4 декабрҙә көндөң беренсе яртыһында һайлаусыларҙың 32 проценты, Мари Илендә − 29,81, Пермь крайында − 21,5, Пенза өлкәһендә − 22,99, Сыуашстанда − 22,14, Һарытау өлкәһендә 21,48 проценты үҙ тауыштарын биргән. Округ буйынса Нижегородка өлкәһендә был ваҡытҡа тауыш биргән һайлаусылар һаны иң түбәне (16,15 процент) булған.
Башҡортостанда һайлауҙар аныҡ һәм тыныс үтте, тип билдәләгән «Граждандар контроле» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһы күҙәтеүсеһе, Финляндияның Антифашистар комитеты рәйесе Йохан Бекман һәм «Граждандар контроле» советы ағзаһы Станислав Карпов.

Иң өлкән йәштәгеләр ҙә тауыштарын бирҙе

Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Рәфис Ғибәҙуллин билдәләүенсә, районда 200 йәш һайлаусы тәүге тапҡыр үҙ тауышын биргән − уларға БР Үҙәк һайлау комиссияһының дипломы һәм канцелярия кәрәк-яраҡтары, китаптар тапшырылған. Ә 90 йәштән өлкәнерәк һайлаусыларға аҙыҡ-түлек йыйылмаһы, сувенирҙар, яулыҡтар тапшырылған. Һайлау комиссиялары ағзалары физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында ла хәстәрлек күргән – улар өйҙә тауыш биргән.

Ғафуриҙар заманса технологияларҙы ҡулланды

Райондың 24 мең тирәһе һайлаусыһы Красноусол, Сәйетбаба, ҡарағай, Юлыҡ ауылдарында ҡу­йыл­ған КОИБ-тар менән бик йәтеш файҙаланып, үҙ тауыштарын бирҙе.
Бында ла физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында ал­дан ҡайғыртып, уларға тауыш биреү мөмкинлеген булдырғандар. Район­да 300 йәш һайлаусы ҡатнашҡан.

Һайлаусыларға транспорт бүленгән

Бөрйән районында 35 һайлау участкаһы ойошторолоп, уларҙың иң ҙурҙары район үҙәгендә һәм Байназар ауылында һайлаусыларҙы ҡабул иткән. Иң бәләкәй һайлау участкаһы Үрге Нөгөш ауылында булған һәм унда 36 һайлаусының 35-е үҙ тауышын биргән.
Район хакимиәте Мәҡсүт һәм Кесе ҡыпсаҡ ауылдары халҡы тураһында хәстәрлек күреп, уларҙы транспорт һәм тотороҡло телефон бәйләнеше менән тәьмин иткән. Райондағы 800 инвалид өйөндә тауыш биргән.

Хәйбулла районында 600 кеше вахта ысулы менән эшләй

Хәйбулла районының Петропав­ловский ауылындағы һайлау участкаһында вахта ысулы менән яҡында урынлашҡан ҙур металлургия предприятиеһында эшләп йөрөүсе 600 кешене ҡабул итергә әҙер булғандар.
Бынан тыш, һайлау участкаларында инвалидтар өсөн пандустар ҡуйылған. Насар күреүселәр тураһында хәстәрлек күрелгән − уларға лупа бирелгән. Тәүгә һайлаусы йәштәргә иғтибар ҙур булған.

Һайлау процесын ҡөрьән сүрәһе менән асҡандар

Мәсетле районында йәшәүсе Шәхикә Кәримова ошо көндәрҙә 100 йәшен билдәләй икән. Ул яңы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарына рәсәйҙәрҙең барыһы өсөн дә 100 йәшкә тиклем йәшәй алырлыҡ шарттар булдырыуҙарын теләп, үҙенең юбилейына һәм һайлауҙарға бағышлап, ҡөрьәндән аят уҡытҡан.
Ағиҙел ҡалаһында һайлау участкаһында 4 декабрҙә урындағы мулла тәүгеләрҙән булып тауыш бирә һәм ҡөрьән сүрәһен уҡып, һайлауҙарҙың уңышлы үтеүен теләй.

Закон боҙоуҙар

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, Сибай ҡалаһының бер һайлау участкаһына Силәбенән килеүсе КПРФ партияһынан күҙәтеүсене, танытмаһы булмау сәбәпле, индермәгәндәр. Белгестәр хәлде асыҡлау менән мәшғүл.
Территориаль һайлау комиссияһы Өфөнөң Дим районындағы 3-сө һайлау комиссияһы рәйесен вазифаһынан ситләштергән − «Справедливая Россия» партияһынан күҙәтеүселәр уның йәшниккә тултырылған бюллетендәрҙе ырғытырға тырышыуын фашлаған. Әле был факт менән прокуратура шөғөлләнә.
Өфөнөң 71-се һайлау участкаһында ЛДПР өсөн асыҡтан-асыҡ өгөтләүселәр фашланған. Ә баш ҡаланың Калинин районындағы 45-се һайлау участкаһында «Справед­ливая Россия» менән КПРФ партияларының баҫмалары таратылған. Белорет ҡалаһының бер һайлау участкаһында КПРФ күҙәтеүсеһенең иҫерек булыуы асыҡланған.
Магнитогорскиҙан Учалыға килеүсе КПРФ-­тың 22 күҙәтеүсеһенең күбеһе, үҙҙәрен насар ҡаршы алыу­ҙарына һылтанып, кире ҡайтып киткән.
Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Нәйлә Ал­тынова әйтеүенсә, Үҙәк һайлау комиссияһына 192 ялыу килгән. Шуларҙың 16-һы − йәкшәмбе көндө. Тикшереү ваҡытында ялыуҙарҙың унауһы раҫланмаған, ҡалғандары тикшерелә.

Властағы партия башҡа төбәктәр буйынса ла алда

Дәүләт Думаһына һайлауҙар буйынса «Берҙәм Рәсәй» Камчатка крайында ла (44,78 процент) еңгән. Ундағы һайлауҙарҙа биш партия ҡатнашҡан һәм 126 меңдән ашыу һайлаусынан йыйған тауыш нисбәте түбәндәгесә: ЛДПР − 19,75, КПРФ – 17,68 процент. «Справедливая Россия» − дүртенсе урында.
Пенза өлкәһе буйынса 2007 йылда «Берҙәм Рәсәй» һайлаусыларҙың 70,31 процент тауышын йыйған булһа, быйылғы һайлауҙар һөҙөмтәһе буйынса Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа партиялар исемлегендә властағы партия алдынғы урынды биләй − 56,19 процент тауыш йыйған. КПРФ өсөн һайлаусылар­ҙың − 19,87, ЛДПР − 10,16, «Справедливая Россия» − 8,68, «Яблоко» − 2,11, «Патриоты России» − 0,7, «Правое дело» өсөн 0,4 проценты тауыш биргән.
Белгород өлкәһендә лә «Берҙәм Рәсәй», һайлаусыларҙың 52 процент тирәһе тауышын йыйып, алда бара. Икенсе урында − КПРФ (22,46), унан һуң − «Справедливая Россия» (11,57), унан ҡала − ЛДПР (9,67). «Яблоко», «Патриоты России», «Правое дело» партиялары иһә 7 процент та йыя алмаған.
Шулай итеп, һайлауҙар үтте һәм беҙҙең өмөттәр аҡланды − илебеҙҙә модернизациялау сәйәсәтен башлаған партия еңде. Ул артабан да илебеҙ һәм халҡыбыҙ, бигерәк тә ябай халыҡ, йәштәр, балалар мәнфәғәтендә башлаған байтаҡ матур проектын бойомға ашырыр, күп эш-ғәмәлен уңышлы дауам итер тип ышанырға ҡала.

Йәнбикә БАЙЫШЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә