29.11.2011 Өфөләге бассейн – «Берҙәм Рәсәй»ҙең яңы проекты
Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә сәләмәт тормош алып барыуға, спорт менән шөғөлләнеүгә иғтибар артты. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ, республикабыҙҙың әле бер, әле икенсе ҡалаһында һәм районында яңы спорт комплекстары файҙаланыуға тапшырылыуға шаһит булабыҙ. Уҙған ял көндәрендә баш ҡалабыҙ халҡы ла ҡыуаныслы минуттар кисерҙе, спорт һөйөүселәр өсөн Өфөлә тағы бер спорт комплексы үҙ ишектәрен асты. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
– Бындай спорт комплекстары беҙгә кәрәк. Өфөлә генә түгел, һәр ҡалала, һәр район үҙәгендә. Был эштең артабан да дауам итеүен теләйем, – тине ул, яңы спорт комплексы асылыуы менән тәбрикләп. Президент Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Павел Качкаев, БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин менән берлектә спорт комплексы менән ентекләп танышты, бассейндың иң тәүге йөҙөүселәренә старт бирҙе, балаларға абонементтар тапшырҙы, ветеран спортсылар менән аралашты.
Комплекс «Берҙәм Рәсәй» партияһының «500 бассейн» проекты сиктәрендә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында төҙөлә. Төҙөүселәргә уны сафҡа индереү өсөн ни бары ун ай тирәһе генә ваҡыт китә.
Күнекмәләр үткәреү, төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү, ярыштар ойоштороу өсөн бөтә уңайлыҡтары булған заманса спорт үҙәге – БДПУ студенттарының ғына түгел, тотош республикабыҙҙың ғорурлығы. Дөйөм майҙаны 7 780 квадрат метр булған комплекс иркенлеге, яҡтылығы, яңылығы, йыһазландырылышы һәм уңайлығы менән үҙенә ылыҡтырып тора. Бер ҡасан да бассейнға йөрөмәгән кеше лә бер күреүҙән мотлаҡ спорт менән шөғөлләнергә ҡарар итер. Өҫтәүенә, йыл әйләнәһенә ошондай шәп мөмкинлек бирелгәндә. Әйткәндәй, БДПУ студенттары ғына түгел, теләге булған һәр кем бында ваҡытын файҙалы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәрә ала. Балалар өсөн айырым бассейндың булыуы – яңы комплекстың өҫтөнлөктәренең береһе. Тимәк, бында тотош ғаилә менән килеп, рәхәтләнеп йөҙөргә, сәләмәтлегеңде нығытырға мөмкин.
С. ЛОТФУЛЛИНА.
Ю. КӘРИМОВ фотолары.