26.11.2011 Ағиҙелдә киләсәктә индустриаль парк булдырыласаҡ
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Ағиҙел ҡалаһына сәфәре ваҡытында унда йәшәүселәр менән осрашты. ҡалала атом электр станцияһын төҙөүҙең оҙаҡҡа һуҙылыуы, ҡаланың иҡтисади үҫеш перспективалары, спорт ойошмаларына ярҙам мәсьәләләре әңгәмәләшеүҙең төп темаһына әүерелде. Ағиҙелдәр Президентҡа һорау биреү мөмкинлеге менән файҙаланды.
Рөстәм Хәмитовтың әйтеүенсә, атом электр станцияһын төҙөү мәсьәләһе әлегә асыҡ килеш ҡала, сөнки төҙөлөштө башлаған «Росатом» федераль концерны уны ни муниципаль, ни республика милекселегенә тапшырмай. Шулай ҙа башланған төҙөлөштө тамамлау концерндың оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән планында ҡалған. Өҫтәүенә, донъяла атом электр станцияларына бәйле фажиғәләрҙең килеп сығыуы мәсьәләне тағы ла ҡатмарлаштырҙы.
Республика яғынан тамамланмаған төҙөлөш майҙанында индустриаль парк булдырыу тәҡдиме бар. Тик билдәһеҙлек шарттарында бер кемдең дә ун йылға ҡуртым шарттарында эшләгеһе килмәй. Уның ҡарауы, Президент һүҙҙәренсә, Ағиҙел ҡалаһы башҡа конкурентлы өҫтөнлөктәргә эйә − ҙур һыу юлдарына сығыу һәм порт төҙөү мөмкинлеге асыла. [size=1][/size]