RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ил башлығы Өфөлә булды

22.11.2011 Ил башлығы Өфөлә булды

Ил башлығы Өфөлә булды
19 ноябрҙә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Башҡортос­танға икенсе тапҡыр эш сәфәре менән килде.
Ул Ғ. ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында заманса операциялар эшләү менән ҡыҙыҡһынды, бөйөр трансплантацияһы операцияһын кисергән ауырыуҙар менән аралашты. Дауахана хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуында уның:
– Ипотека өсөн даими ставкалар баҙарҙағыға ҡарағанда күпкә кәмерәк – 5 – 7 процент ҡына булырға тейеш. Был республика һәм дәүләт гарантиялары иҫәбенә бойомға ашырылырға тейеш. Һәм бындай гарантияны бирергә тура киләсәк, – тигән һүҙҙәре ҡыуандырҙы.
Артабан юғары ҡунаҡ Рәсәй мосолмандарының Өфөләге Диниә назаратына юлланды һәм, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, төрлө төбәктәрҙән килгән дини лидерҙар менән осрашып, мосолман ғилемен биреү, конфессия-ара татыу­лыҡты нығытыу һәм экстремизмға ҡаршы көрәш, йәштәрҙе уның йоғонтоһонан аралау темаһына әңгәмәләште. Уның әйтеүенсә, әле Рәсәйҙә ислам мәҙәниәте һәм тарихы буйынса махсус мөғәллимдәр әҙерләү программаһы бойомға ашырыла, «Ислам идеологияһы» тигән дәүләт стандарты әҙерләнгән, дини этика һәм мәҙәниәт нигеҙҙәре илдең 21 төбәге мәктәптәрендә уҡытыла. Конфессия-ара татыулыҡ тураһында һөйләгәндә, ул милләт-ара татыулыҡ мәсьәләһенә лә туҡталды.
Ил башлығы Өфөлә булды
Ил башлығы хажға барырға теләүселәргә ярҙам күрһәтеү кәрәклегенә лә туҡталып үтте. Уныңса, ул үҙе һәм Рәсәй Хөкүмәте беҙҙең ил өсөн Сәғүд Ғәрәбстанына хажға барыуға квотаны арттырыу буйынса һөйләшеп килешергә әҙер.
Волга буйы федераль округы төбәктәренең киң мәғлүмәт саралары етәкселәре менән осрашыуында Дмитрий Медведев федераль үҙәк һәм төбәктәр араһында вәкәләттәрҙе бүлеү системаһына айырым туҡталды: вице-премьерҙар Козак менән Хлопонинға вәкәләттәрҙе бүлеү, һөҙөмтәлә төбәктәрҙә лә, муниципалитеттарҙа ла аҡса етерлек булһын өсөн аҡсаны ла ҡайтанан бүлеү буйынса ике эш төркөмөн булдырырға ҡушҡан. Ул, төбәктәр һәм муниципалитетттар трансферттар һәм дотация иҫәбенә генә түгел, ә үҙҙәренең килем сығанаҡтары иҫәбенә лә йәшәргә тейеш, тип билдәләне. Эшсе төркөмдәр ошо көндәрҙә һуңғы яуабын бирергә тейеш. Һөҙөмтәлә тәҡдимдәр буйынса закондарға үҙгәреш индереләсәк.
Медведевтың һүҙҙәренсә, Башҡортостанда һәр яҡлап та уңышлы үҫеш күҙәтелә. Был турала ул республика етәкселеге биргән мәғлүмәттәр буйынса ғына түгел, ә был көндө үҙе барып күргән объекттарҙың хәл-торошо буйынса белә. Бигерәк тә Ғ. ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы миҫалы шундай һығымта яһау мөмкинлеген биргән.
Матбуғат саралары тураһында һүҙ ҡуҙғатып, Дмитрий Анатольевич баҫмаларҙың күбеһен, бигерәк тә уларҙың электрон варианттары барлыҡҡа килгәс, йышыраҡ уҡыуын, киләсәк интернетҡа бәйле булыуын, әммә баҫма варианттарҙың да йәшәйәсәген билдәләне.
Журналистарҙың федераль әһәмиәттәге мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлауға үҙәктән аҡса бүленмәүе, шунлыҡтан уларҙы төбәк ҡарамағына ҡайтарыу мәсьәләһенә ҡарата һорауына Президенттың яуабы ыңғай булды.
Милләт-ара татыулыҡ мәсьә­ләһенә ил башлығы айырым туҡталып, этник төркөмдәр етәкселәренең милли мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә властарға ярҙам күрһәтергә тейешлегенә баҫым яһаны. Ситтән килеүселәрҙең урындағы мөхиткә яраҡлашыуын еңеләйтеү мөмкинлеген булдырырға, шул уҡ ваҡытта сит ил граждандарының да был төбәктең яҙылған һәм яҙылмаған ҡанундары менән иҫәпләшергә, милли мәсьәләләр ерлегендә ыҙғыш-талаштарға юл ҡуйылмаҫҡа тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Медведев һүҙҙәренсә, Рәсәйҙә кеше ғүмере оҙайлығы һуңғы йылдарҙа артҡан (ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы – 67 йәштән 74 йәшкә, ир-егеттәр­ҙең – 59-ҙан 65-кә тиклем). Был – «Һаулыҡ» өҫтөнлөклө милли проектын бойомға ашырыу һөҙөмтәһе. Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау буйынса атҡарылған программалар арҡаһында илебеҙҙә тыуым арта бара. Әле өсөнсө бала тыуыуҙы дәртләндереү мәсьәләһе тормош­ҡа ашырыла башлаған – төбәктәрҙә бушлай ер участкаһы биреү законын ғәмәлгә индереүҙе тиҙләтеү мәсьәләһе килеп баҫа.
Сығыш яһаусы төбәктәрҙә эшләп килгән федераль структураларҙың эшмәкәрлегенә ла баһа биреп, улар­ҙың киләсәге тураһында бер нисә һүҙ әйтеп үтте.
Осрашыуҙа РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Г. Рапота ла ҡатнашты.
Сәфәре аҙағында Дмитрий Медведев республика башлығы Р. Хәмитов менән осрашып, Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһының хәл-торошо тура­һындағы мәсьәләләрҙе күтәрҙе, шулай уҡ заманса медицина йыһаздары һәм ҡорамалдары менән тәьмин ителгән, өр-яңы технологиялар буйынса эшләгән Ғ. ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы эшмәкәрлеген юғары баһаланы, медицина өлкәһен модернизациялау эшенең уңышлы башҡарылыуын билдәләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә