RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

22.11.2011 Донъя яңылыҡтары

Лондонды томан баҫты

Бөйөк Британияны томан былай ҙа «ярата» инде ул, ә был юлы шул арҡала Лондон аэропорттары 170-тән ашыу рейсты кисектерергә мәжбүр булған.
Томан айырыуса йәкшәмбелә көсәйгән. Фаразлауҙарынса, ул бөгөн генә тарала башлаясаҡ икән. Лондондың Хитроу аэропорты донъя­ла иң ҙурҙарҙан һанала, көнөнә 1,3 мең самаһы рейс ҡабул итергә мөмкин. Әлеге хәйерһеҙ тәбиғәт күренеше меңәрләгән пассажирҙың эш-ниәтенә аяҡ салған. Шулай ҙа ҡайһы бер аэропорттар, томан аша булһа ла, самолеттарын ебәреүҙе туҡтатмаған, әммә пассажирҙар көндөң аяҙайыуын көтөүҙе хуп күрә.

Бушлай балыҡ тотоу яҡлыбыҙ!

Мәскәү үҙәгендә 500-ләгән кеше, Рәсәй балыҡсылыҡ хеҙмәте башлығының отставкаһын талап итеп, акция ойошторҙо.
Халыҡ балыҡ тотоуҙы түләүле итеү менән килешмәүен белдерә. Рәсәйҙең һәүәҫкәр балыҡсылары «Балыҡсылыҡ тураһында»ғы Федераль законға индереләсәк үҙгәрештәр менән риза түгел. Плакаттарҙан күренеүенсә, демонстранттар, тирә-яҡ мөхитте, йылға-күлдәрҙе бысратыуға юл ҡуймайыҡ, тип тә оран һала.
Бер нисә көн элек кенә ошондай митингылар Санкт-Петербургта, ҡаҙанда, Томскиҙа һ.б. ҡалаларҙа уҙған.

Ялған һумдар – Төркиәлә?!

Төркиәлә Рәсәй һумдары баҫыу­сы банданы ҡулға алғандар.
Ике тиҫтәгә яҡын ялған банкнота «етештереүсе»нән 30 миллион һум самаһы тартып алынған. Енә­йәтселәр ваҡ аҡса менән мауыҡмаған, әлбиттә, улар бары тик 5000 һумлыҡ купюра «эшләгән». Шуныһы аптырата: бындай «эшҡыуарлыҡ» башында Истанбулдың ике полиция хеҙмәткәре торған, имеш.
Ялған аҡса сығарыусылар октябрь аҙағында ғына Мәскәүҙә лә тотолған булған. Улар мең һумлыҡ банкнота баҫыу менән шөғөлләнгән. Оперативниктар килгәндә енәйәтселәр 148 мең һумды әйләнешкә ебәрергә әҙерләнгән. «Тауар» бик сифатлы эшләнгән, уларҙы хатта ысын аҡсанан айырыуы ла ауыр, тип белдерә хоҡуҡ һаҡлаусылар.

Нью-Йорк теракттан саҡ ҡотолған

ҡала полицияһы миллионлаған халыҡты террор ҡорбаны булыуҙан йолоп алып ҡалған.
27 йәшлек Хосе Пиментел атлы АҡШ гражданы полиция участкаһына йә берәй дәүләт учреждениеһына шартлатҡыс һалырға ниәтләгән. Усама Хөсәйен ҡушаматы аҫтында ул үҙе генә эшләгән, полициянан бер йыл буйы ҡасып йөрөүгә өлгәшкән. Әммә яуыз уйын бойомға ашырыр алдынан ғына тотолған. Полиция хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, ул ҡулға алынғанда бомбаһы тулыһынса тиерлек әҙер булған.
Әйткәндәй, «игеҙәк» башнялар шартлатылғаны бирле Нью-Йоркта теракт хәүефе артҡандан-арта.
А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә