19.11.2011 Көҙгө кеүек буласаҡ
2011 йылда Башҡортостанда төпкөл ауылдарҙы ҙур ҡалалар, район үҙәктәре менән бәйләгән яңы һигеҙ автомобиль юлы барлыҡҡа килде. Был юлдарҙың нисә саҡрымға һуҙылғанлығы ла иғтибар үҙәгендә түгел, иң мөһиме − яңы юлдар төпкөл урындарҙы тышҡы донъя менән бәйләй. Быға тиклем ҡайһы бер ауылдарға ямғыр яуғанда, йә көрт баҫҡанда ҙур ауырлыҡ менән генә барып етеп булған. ҡай- саҡ студенттар йәки ҡунаҡҡа килгән кешеләр ҡышҡыһын аҙналар буйы ауылдан сыға алмай этләнгән.
Юл аҙабы – гүр ғазабы, ти халыҡ мәҡәле. Рәсәйҙә ғүмергә лә хәл ителмәҫлек тойолған насар юлдар мәсьәләһе һәр ваҡыт тиерлек иғтибар үҙәгендә тотола. Ауыл юлдарын яҡшыртыу өсөн илебеҙҙә махсус федераль программа эшләй. Уның буйынса беҙҙең республикаға быйыл федераль бюджеттан 97,7 миллион һум субсидия бүленгән. Шул аҡсаны үҙләштереү һөҙөмтәһендә республиканың Әбйәлил, Бүздәк, Ейәнсура, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Саҡмағош, Мишкә, Тәтешле, Стәрлетамаҡ райондарында яңы юлдар барлыҡҡа килде. Юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо ун саҡрым самаһы ғына. Әммә бында иң мөһиме − төпкөл урындарҙан да һәйбәт юлдар буйлап сығыу мөмкинлеге. Әлеге эштәр 2012 йылда ла дауам итәсәк. Тағы ла 23 яңы юл төҙөргә иҫәп тоталар.
Юлдар ауылдарҙа ғына түгел, ҡалаларҙа ла камиллыҡтан алыҫ. Уларҙы һәр ваҡыт төҙәтеп, ремонтлап әллә күпме сығым түгергә тура килә. Әммә юл өсөн түгелгән сығымдар һәр ваҡыт үҙен аҡлай. Яңыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында «Рәсәй ҡалаларының яңы юлдары» программаһының нисек тормошҡа ашырылыуына арналған мәғлүмәт конференцияһы үтте. «Берҙәм Рәсәй» партияһының юлдарға ҡағылышлы был программаһын тормошҡа ашырыу барышында Өфөлә 600 ихатаға ремонт эшләнгән. Баш ҡалала шулай уҡ Сипайлово, Ленин, Киров һәм Цюрупа урамдарында капиталь ремонт үткәрелгән. Бынан тыш, тағы ла 25 урамда ремонт башҡарылған. Ремонтланған, төҙәтелгән башҡа юлдар, ихаталар ҙа күп. Был эштәр Өфөлә генә түгел, республикабыҙҙың башҡа ҡалаларында ла әүҙем бара. Юлдар өсөн аҡса, федераль бюджеттан тыш, урындағы бюджеттарҙан да бүленә.