19.11.2011 Умартасылыҡ һәм ҡымыҙсылыҡты үҫтереүгә субсидиялар биреләсәк
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2013 йылға тиклем «Башҡортостан Республикаһында умартасылыҡты үҫтереү һәм бал етештереүҙе арттырыу» һәм «Башҡортостан Республикаһында ҡымыҙ йылҡысылығын үҫтереү һәм бейә һөтөн (ҡымыҙ) етештереүҙе арттырыу» программалары сиктәрендә республика бюджетынан субсидиялар биреү тәртибе раҫланды.
Программалар Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығында хуплау тапты һәм уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәп финанслау шарттарында федераль средстволар бүленде.
2011 йылда умартасылыҡҡа ярҙам бал ҡорттары күсен аҫрауға (умарталарҙы бал йыйыу урындарына ташыуға, материалдар, һауыттар, бал ҡыуғыс, балауыҙ, рамдар, шәкәр, ветеринария препараттары, махсус кейем һәм башҡаларға) киткән сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялау рәүешендә буласаҡ.
Ағымдағы йылда ҡымыҙ йылҡысылығына дәүләт ярҙамы һауын бейәләрен аҫрау, бейә һөтө етештереү (мал аҙығы, амортизация, электр энергияһына, ветеринария препараттарына, төп фондҡа, малдар өсөн һаҡлау сараларына киткән сығымдар) кеүек ике йүнәлеш буйынса сығымдар өлөшөн ҡаплау өсөн субсидиялар биреү рәүешендә тормошҡа ашырыла.