19.11.2011 Өс һөйләм менән
БР Хөкүмәте ҡарары менән Башҡортостандың ике мәктәбенә республиканың арҙаҡлы шәхестәренең исеме бирелде. Өфөнөң Калинин районындағы 140-сы башҡорт гимназияһы халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның исемен йөрөтәсәк. Борай районының Кәшкәләү урта мәктәбе ошо мәктәпте тамамлаған күренекле педагог, профессор Мөсәлиә Хәйруллина исемен алды.
Күгәрсен районының Мораҡ ауылында реконструкциянан һуң район суды бинаһы асылды. Төҙөүселәр эштәрен ике ай эсендә башҡарып сыҡҡан. Объектты реконсрукциялауға федераль бюджеттан 12 миллион һум аҡса бүленгән.
Өфөлә 19 йәшкә тиклемге егеттәр араһында теннис буйынса Рәсәйҙең команда беренселеге тамамланды. Башҡортостандың Республика балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенән егеттәр командаһы беренсе урынды яуланы. Спортсыларҙы еңеүе менән БР Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡотланы.
Нефтекамалағы 1-се гимназияның 10-cы синыф уҡыусыһы, уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүсеһе Айнур Мәҡсүтов халыҡ-ара тәбиғи фәндәр олимпиадаһында ҡатнаша. Ул декабрҙә ЮАР-ҙа үтәсәк. Ике һайлап алыу турын уңышлы үтеп, Айнур Мәҡсүтов Рәсәйҙең алты кешенән торған йыйылма командаһына ингән.
Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарының ике ректорына «Мәғариф өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты» почетлы исеме бирелгән. Был наградаға техник фәндәр кандидаты, профессор, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Айрат Шаммазов менән профессор, Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Марат Ғөзәйеров лайыҡ булған. Премиялар РФ Хөкүмәте ҡарары менән ижади инициативаларҙы үҫтереү мәғариф практикаһында һәм педагогия фәнендә инновацион проекттарҙы үҫтереү маҡсатында булдырылған.
Мәҙәниәт министрлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә ижади проекттарҙы яҡлау маҡсатында БР Президенты гранттарына конкурс иғлан итте. Былтыр 100 мең һумлыҡ грантҡа – 75 кеше, 300 мең һумлыҡҡа 15 ижади коллектив лайыҡ булғайны. Конкурсҡа материалдарҙы киләһе йылдың февраленә тиклем тапшырырға кәрәк.
Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 120 йыл тулыуға ҡарата республика ҡурайсылар конкурсы үтә. Унда республиканың 20 районынан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләренән һәүәҫкәр һәм профессиональ башҡарыусылар ҡатнаша. Конкурс барышында арҙаҡлы ҡурайсының иҫтәлегенә арналған таҡтаташ та тантаналы асыласаҡ.
З. ЙӘһҮҘИНА әҙерләне.