12.11.2011 Ҡайҙалыр эш юҡ, ҡайҙалыр эшселәр етмәй
9 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Мәсетле районында булды. Бында ул Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы мебель фабрикаһына туҡталып, предприятиеның етештереү күләме, әҙер продукция өлгөләре, уларҙың сифаты, эшселәрҙең эш шарттары һәм эш хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. 2010 йылда предприятиеның етештереү күләме 22 млн һум тәшкил иткән, эшселәрҙең уртаса эш 10 мең һумға тиң. Әле иһә производствоны киңәйтергә һәм яңы эш урындары булдырырға йыйыналар.
Кесе Ыҡтамаҡ ауылында республика башлығы кирбес заводының эшмәкәрлеге менән танышты. Төҙөлөш материалдары етештереүсе яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт оҙаҡ йылдар эшләмәй тора. Былтыр ноябрҙә яңы инвестор уны тергеҙә башлай. Предприятиела 50 яңы эш урыны булдырылған, әлеге ваҡытта кирбес етештереү күләме тәүлегенә 12 – 13 мең данаға еткән. Заводтың киләсәккә планы – республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарының кирбескә ихтыяжын тулыһынса тәьмин итеү.
Үрге Баба ауылындағы «Ленинский» ауыл хужалығы кооперативында һөт корпустарын һәм быҙау һарайҙарын ҡарап сыҡҡандан һуң Рөстәм Хәмитов хужалыҡтағы көнүҙәк мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, кадрҙар (һауынсылар, көтөүселәр, малсылар) етешмәй икән. Рөстәм Зәки улы малсылыҡтың иҫке алымдар менән алып барылыуын билдәләне һәм предприятие етәкселегенә мал ҡарауҙа заманса ысулдар ҡулланыу тураһында уйларға кәңәш итте.