12.11.2011 Сәләмәтлек сертификатлы булды
Беҙҙең республика Рәсәйҙә төрлө йәштәге кешеләр өсөн дә уңайлы булған ҡалалар селтәренә муниципаль берәмектәрҙе индереүҙе раҫлаған Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының сертификатын алыусы берҙән-бер төбәк булды.
Сертификат Мәскәүҙә «Мир активного долголетия» форумында тапшырылған. Ошондай документҡа эйә булыу Башҡортостанда өлкән йәштәгеләр өсөн тыуҙырылған шарттар өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы ла аңлата. Әйткәндәй, ноябрь баштарында илдең баш ҡалаһында «50 Плюс» тип аталған йыйын да уҙған. Унда ғүмер оҙонлоғон тәьмин итеүсе алымдар, демография мәсьәләләре, медицина-социаль программаларҙы бойомға ашырыу һ.б. буйынса һөйләшеү булған. Әлеге форумдарҙа ҡатнашыусы беҙҙең республиканың хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова «Әүҙем оҙон ғүмер» («Активное долголетие») маҡсатлы федераль программаһын төҙөү буйынса эш төркөмөнә индерелгән.