RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Йәштәр әүҙем, уларҙың һайлауҙа ҡатнашасағына ышанабыҙ», –

08.11.2011 «Йәштәр әүҙем, уларҙың һайлауҙа ҡатнашасағына ышанабыҙ», –

ти һайлау комиссиялары вәкилдәре
«Йәштәр әүҙем, уларҙың һайлауҙа ҡатнашасағына  ышанабыҙ», –
Был көндәрҙә бөтә Рәсәй буйынса РФ Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау­ға әҙерлек эштәре бара. Ил кимәлендәге саранан инде нисәмә йыл һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашып килгән өлкән йәштәгеләр быйыл да ситтә ҡалмаясаҡ, әлбиттә. Ә бына йәштәр әлеге сәйәси ваҡиғаны, ысынлап та, әһәмиәтле тип һанаймы икән? «Бөгөнгө йәштәрҙе киләсәкте билдәләйәсәк хәл-күренештәргә битараф тип һис кенә лә әйтә алмаҫ инем. Улар − әүҙем, тиҙ ҡыҙыҡһыныусан, аҙ ғына иғтибарҙы һәм үҙҙәренең фекерен тыңлаусыларҙы тойоп ҡына баралар. Һәр хәлдә, беҙҙең биләмәләге һайлау йәшендәге егет һәм ҡыҙҙарҙың 4 декабрҙә участкаларға килеп, тауыш биреренә ышанысыбыҙ ҙур», − ти Өфөнөң Ленин районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Айрат Сөләймәнов. Тап йәштәр, буласаҡ һайлаусылар менән эшләү − улар­ҙың өҫтөнлөклө бурыстарының береһе. Әңгәмә лә ошо йүнәлештә башланып китте.
− Тиҙҙән үтәсәк һайлауға һеҙҙең комиссия ла аныҡ пландар менән киләлер бит. Был юҫыҡта йәштәргә ниндәйерәк мәғлүмәттәр бирҙегеҙ?
– Йәштәрҙе беҙ мотлаҡ һайлау процесына йәлеп итергә тейешбеҙ, был бәхәсһеҙ. Унан килеп, тауыш биреүҙә ҡатнашыуҙан тыш, бәлки, егет һәм ҡыҙҙар һайлауҙарҙы ойоштороу, әҙерлек, үткәреү эшендә лә, йәғни комиссиялар составында ла булып, ошо йүнәлешкә ылығып китер. Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөн комиссияларҙың төп ағзалары сама менән 50 йәшлектәр. Шуға ла үҫеп килгән быуын менән әүҙем эшләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ та.
«Йәштәр әүҙем, уларҙың һайлауҙа ҡатнашасағына  ышанабыҙ», –
Сараларға килгәндә, яҙын, мәҫәлән, «Мин − Рәсәй гражданы» тигән викторина ойоштор­ҙоҡ. Унда Ленин районының 1-се, 4, 10, 24, 25, 35, 46, 128-се мәктәптәре, 2-се башҡорт лицейы командалары бик теләп ҡатнашты, хатта баһалама ағзалары балаларҙың һайлау хоҡуҡтарын яҡшы белеүенә бер аҙ аптырап та ҡуйҙы. Ә иҫтәлекле бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырғанда уҡыусыларҙың ҡы­уанысын күрһәгеҙ! Ысынлап та, бөгөн балаларға иғтибар биреп, уларҙы йәлеп итергә генә кәрәк − йүгереп киләсәктәр.
− Әйткәндәй, мәктәптәрҙә махсус мәғлүмәт стендтарығыҙ ҙа барҙыр әле?
− Мәктәптә генә түгел, мәҙәниәт учреждениеларында ла, йәштәр клубтары кеүек урындарҙа ла «Йәш һайлаусы мөйөшө» булдырырға тырышабыҙ. Бында йыш ҡына балаларҙың эштәре лә (һүрәттәр, фото, шиғырҙар һ.б.) урын ала. Партияларҙың, йәмәғәт ойошмаларының, урындағы власть органдарының эшмәкәрлеген дә күрһәтәбеҙ.
− Йәш һайлаусы штабы ултырыштары, Һайлаусы көнө тураһында ишеткәнебеҙ бар. Был сараларҙың һөҙөмтәһе нисегерәк һуң?
− Бер ай элек район күләмендә үрҙә әйтелгән штабтың киңәйтелгән ултырышы булғайны. Шунда ҡат­наш­ҡан йәштәр үҙҙәренең һайлауға әһәмиәтле сара итеп ҡарауҙарын ышаныс менән белдерҙе. Бер нисә көндән Йәш һайлаусы көнө лә уҙасаҡ. Был инде һәр ошондай ваҡиға алдынан ойошторола һәм күптән йолаға әүерелгән.
Беҙҙең районда йәшәүсе 3057 йәш кеше декабрҙә тәүгә тауыш биреүҙә ҡатнашасаҡ. Йәш һайлаусы көнөндә уларҙы ла көтөп ҡалабыҙ. ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, мауыҡтырғыс һорауҙар, уйындар әҙерләнде. Минеңсә, байтаҡ егет һәм ҡыҙҙы ҡыҙыҡһындырыуға өлгәштек.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА
әңгәмәләште.


Әйткәндәй

Республика Үҙәк һайлау комиссияһы менән берлектә гәзитебеҙ үткәргән викторинаға (һорауҙар «Йәшлек»тең 79-сы, 81-се, 83-сө һәм 85-се һандарында сыҡты) яуаптар ҡабул ителә. Әүҙемерәк булығыҙ, йәштәр!










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә