RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

25.10.2011 Донъя яңылыҡтары

Ер тетрәү төрмәләгеләр өсөн уңайлы булған
Донъя яңылыҡтары
Үткән ял көнөндә Төркиәнең Ван провинцияһында ер тетрәгән.
Һәләк булыусылар һаны 200-ҙән ашҡан, ә меңдән дә ашыу кеше төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға килтерелгән. Эрджиш ҡалаһында 80-ләп бина емерелгән.
Был ваҡиғанан алдараҡ Босфор университетының сейсмология обсерваторияһы башлығы, ҡорбандар һаны меңгә етәсәк, тип күҙаллаған булған. Төркиәнең көньяҡ-көнсығышында ла шул уҡ көндә тағы ер тетрәгән.
Шуныһы ғәжәп: тәбиғәт һәләкәте һөҙөмтәһендә яртылаш емерелгән Ван төрмәһенән 150 самаһы енәйәтсе ҡасҡан, әммә бер ни тиклем ваҡыттан һуң 50-һе кире әйләнеп килгән.
Әйткәндәй, 1976 йылда Ван провинцияһы ер тетрәүҙән ҡаза күргән булған, ул сағында өс меңдән ашыу кеше үлгән. 1999 йылда иһә ошондай һәләкәт 20 меңгә яҡын кешенең ғүмерен өҙгән.

«Етте Кавказды ашатыу!»

Мәскәүҙең ҡап уртаһында ошо исемдәге акция үткән.
Унда 300 − 350-ләп кеше ҡатнаш­ҡан. Ойоштороусыларҙың һуңлап килеүен иҫәпкә алмағанда, әллә ни ғауға ла ҡупмаған.
Милләтселәрҙең лидерҙары Владимир Тор менән Александр Белов, рус төбәктәренең «ауыҙынан өҙөп», Кавказға бынан ары аҡса йүнәлтмәүҙе талап итеп сығыш яһаған. Акциялағыларҙың фекеренсә, Кавказ республикаларын йә айырырға кәрәк, йә улар башҡа төбәктәрҙе ашатһын.

Тыуған көнөң менән, Джулия!

Францияла ошо көндәрҙә күп­тәр­ҙең телендә − бәләкәс Джулия.
Кем һуң ул? Илдең беренсе ледийы − Карла Бруни иренә, йәғни Франция Президенты Николя Саркозиға ҡыҙ табып бирҙе, уға ошо исемде ҡушҡандар ҙа инде.
Сабый Карла­ның тәүге балаһы булһа, Саркозиҙың − дүртенсеһе. Хәҙер ғаиләгә теге илдән дә, быныһынан да бүләктәр ағыла ғына. Тәүгеләрҙән булып Германия канцлеры Ангела Меркель уйынсыҡ айыу балаһы килтерһә, Бөйөк Британия Премьеры Дэвид Кэмерон алһыу юрған бүләк иткән. Рәсәй ҙә ситтә ҡалмаҫ, моғайын. Бөгөн Саркози ғаиләһендә иң мөһим бурыс − сабыйҙы папарацци күҙенән һаҡлау.

Мадоннаның ағаһы – асарбаҡ

Донъяла билдәле йырсы Мадонна бер туған ағаһының яҙмышына бөтөнләй битараф, имеш.
55 йәшлек Энтони Чикконе быға тиклем «Мадонна» маркалы эсемлек етештереүсе ғаилә шарап предприятиеһында эшләгән. Әммә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында эшһеҙ ҡалған да, хәҙер йорт-ерһеҙ, аҡсаһыҙ интегә икән. Ир күпер аҫтында төн үткәрә, шешә йыя, һоранып йыйған хәйер аҡсаһына йәшәй. Ғаиләһенән берәү ҙә ярҙам итмәй, сиркәү әһелдәре генә уның тураһында бер аҙ хәстәрлек күрә.
Етеш йәшәгән ир ҡапыл ниңә ошо көнгә төшкән? Һеңлеһе ниңә битараф? Энтони был һорауҙарға яуап бирә алмай. Бары тик: «Ул − миллионерша, ә мин − асарбаҡ», − тип ҡабатлай.
А. ЗИННУРОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә