25.10.2011 Башҡортостан тураһында бөтә Рәсәй беләсәк
Мәләүез районының айыҡ ауылдары тураһында федераль ТВЦ телеканалының «Ваҡиғалар үҙәгендә Анна Прохорова менән» тигән программаһы журналистары ике көн буйы репортаж төшөргән.
«Айыҡ Башҡортостан» төбәк йәмәғәт хәрәкәтенең рәйестәше Ренат Зәйнуллин һүҙҙәренсә, Мәскәү ҡунаҡтарын Рәсәй өсөн уникаль булған «Айыҡ ауыл − 2011» йәмәғәт конкурсы ғына түгел, ә башҡорт халҡының тормош-көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре лә ҡыҙыҡһындырған. «Донъяла төрлө хәл-ваҡиғалар булып ҡына тора − һәм юғары сәйәсәт һәм бизнес даирәләрендә генә түгел. Телевизион яңылыҡтар сығарылышына инмәгән күп нәмәнең тамашасылар өсөн бик тә ҡыҙыҡлы булыуы ихтимал», − ти Мәскәү телевидениеһы журналистары.
Тиҙҙән Башҡортостандың был уникаль конкурсы тураһында бөтә Рәсәй халҡы беләсәк.