15.10.2011 Өс һөйләм менән
Мәғариф һәм фән өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт 2012 йылда 11 класты тамамлаусылар өсөн берҙәм дәүләт имтихандары һәм туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы расписаниеһын баҫып сығарҙы. Ведомствоның сайтында хәбәр ителеүенсә, берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуҙың төп этабы 28 майҙан 21 июнгә тиклемге осорға планлаштырылған. «Рособрнадзор» проектына ярашлы, БДИ-ны 20 апрелдән 4 майға тиклем алдан тапшырырға мөмкин.
21 октябрҙә Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған «Хәҙерге донъяла башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының статусы һәм роле» тип аталған отчет-һайлау конференцияһы уҙасаҡ. Унда республиканың район һәм ҡалаларынан 500 делегаттың ҡатнашыуы көтөлә. Сара сәғәт 10-да башлана.
Билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев коллективы менән Мәскәүҙә «Культура» Рәсәй телеканалының халыҡ-ара этно-фолк-рок халыҡ ижады фестивален төшөрөүҙә ҡатнашҡан, унда илебеҙҙең һәм сит илдәрҙең иң яҡшы коллективтары сығыш яһаған. Музыкант фестивалдә «Сыңрау торна» башҡорт халыҡ көйөн уйнаған. «Культура» телеканалында фестиваль декабрь айында күрһәтеләсәк.
17 − 22 октябрҙә Мәскәүҙә «Журналист һөнәре» халыҡ-ара документаль фильмдар кинофестивале үтәсәк. 45 фильмды үҙ эсенә алған программа төбәк компаниялары тарафынан әҙерләнгән. Башҡортостан исеменән фестивалдә «Вся Уфа» продюсерлыҡ үҙәге сығыш яһаясаҡ, ул «Большое интервью» шәлкеменән ике эшен – «Сергей Майоров менән интервью» һәм «Светлана Сорокина менән интервью»һын тәҡдим итәсәк.
Башҡортостан йәштәр сәйәсәтенең дүрт вәкиле – Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса сектор мөдире Дарья Попова, ҡырмыҫҡалы районының «Йәшлек» йәштәр үҙәге директоры Нурия Әминева, Өфө ҡалаһының «Йәшлек» балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубтары берләшмәһе муниципаль учреждениеһының «Орбита» үҫмерҙәр клубы мөдире Самсура Гордеева һәм Өфө ҡалаһы Октябрь районының «Дети плюс» балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубтары берләшмәһе муниципаль учреждениеһының ойоштороусы педагогы Айгөл Мостаева Бөтә Рәсәй дәүләт йәштәр сәйәсәте өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталығы конкурсында республика исемен яҡлаясаҡ. Сараның аҙаҡҡы туры Өфөлә 18−21 октябрҙә була. Унда ҡатнашыу өсөн баш ҡалаға бөтә илдән 90-ға яҡын кеше киләсәк.
Р. МӘХИЙӘНОВА әҙерләне.