18.10.2011 Донъя яңылыҡтары
Һыу баҫа
Үҙәк Америка илдәрендә көслө тропик ямғырҙар яуыу сәбәпле, һыу ташты.
Һыу аҫтында ҡалған матди байлыҡтың әлегә иҫәбе лә алынмаған. Зыян күреүсе кешеләрҙең һаны 190 меңгә еткән, 74 кешенең һәләк булыуы билдәле. Меңләгән кеше эсәр һыуһыҙ, аҙыҡһыҙ һәм йортһоҙ ҡалған. Гватемала, Сальвадор һәм Гондурас айырыуса ауыр хәлдә. Был илдәрҙә йәшәүселәрҙең матди хәле былай ҙа шәптән түгел.
Әле был илдәрҙә халыҡты хәүефһеҙерәк урынға күсереү менән мәшғүлдәр. Әммә бөтәһе өсөн дә ваҡытлыса булһа ла йәшәп торор урын табыу – ауыр мәсьәлә. Үҙәк Америкала юлдар, күперҙәр емерелгән, инфраструктура ҙур зыян күргән. Етмәһә, ҡойма ямғырҙар тиҙ генә туҡтарға оҡшамаған, синоптиктар ҙа ҡоро көндәр вәғәҙә итмәй.
Уттан ҡалмай...
Красноярск өлкәһенең Түбәнге Пойма ҡасабаһында шәхси йорт янып китеү сәбәпле, туғыҙ кеше үлгән.
Ут һүндереүсе машиналар килеп еткәнсе «ҡыҙыл әтәс» бөтә йортто һәм уның янындағы башҡа биналарҙы ла тулыһынса ялмап алған. Шуға ла был өйҙәге бер генә кешене лә ҡотҡарып ҡала алмағандар.
Янып үлеүселәрҙең бишәүһенең балалар булыуы айырыуса үкенесле. Шәхси йортта ете кеше йәшәгән булған, тағы ла икәүһе ҡунаҡҡа килгән. Әлегә янғындың сәбәптәре асыҡланмаған.
Клубта ҡыҙыҡ, әммә хәүефһеҙ түгел
Төнгө клубтарҙа ял итергә яратыусыларҙы яҙмыш һынауын дауам итә.
Үткән ял көнөндә Екатеринбургтың «Голд» төнгө клубының бинаһына йылылыҡ магистраленән ҡайнар һыу ҡойолған. Һөҙөмтәлә бина тулыһынса һыу аҫтында ҡалып, унда ял итеүселәрҙең тәне бешкән. ҡайһы бер кешеләр ауыр хәлдә дауаханаларға эләккән.
Бынан тыш, ҡайнар һыу автомобилдәр парковкаһына ла урғылған. Кешеләр ҡайнар һыуҙан машина баштарына уҡ менеп ҡасып ҡотолған. Ә дискотекаға килеүселәр, ҡайнар һыуға бешә-бешә, ҡотҡарыусылар килеп еткәнсе мебель буйлап атлап тышҡа сығып өлгөргән.
Стена емерелә
Ливияның элекке лидеры Муаммар Каддафиҙың ғәскәрҙәре илдәге бер нисә пунктты контролдә тотоуын дауам итә.
Был урындарҙы ла яңы власть вәкилдәре ҡулына алырға тырыша, әммә тегеләре ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтә.
Әлегә кем ҡулында күпме территория булыуы аныҡ ҡына билдәле түгел. Шуныһы бәхәсһеҙ − был ығы-зығыла ҡан күп ҡойола, ике яҡтан да һәләк булыусылар бар. Әле Муаммар Каддафиҙың резиденцияһы янындағы ҡеүәтле стеналарҙы бульдозерҙар менән емерә башлағандар. Элекке Президенттың улы Хамситтың үлтерелеүен рәсми рәүештә раҫлағандар.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.