18.10.2011 Партияның төп иғтибарында – балалар
Республикала «Берҙәм Рәсәй» партияһы көндәре дауам итә. Сираттағы саралар Шишмә районында үтеп, унда БР Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты.
Көн тәртибендә район үҙәгенең 1-се мәктәбендә осрашыу, капиталь ремонттан һуң яңынан асылған 100 балаға иҫәпләнгән «Малыш» балалар баҡсаһына, социаль яҡлау бүлегенә барыу ҡаралғайны. Әйткәндәй, һуңғы туҡталышта бүләк рәүешендә социаль туризм буйынса йүнәлтмәләр ҙә тапшырылды.
Райондың «Йәш гвардия»һы ағзаларын да онотманылар − бындағы егеттәр һәм ҡыҙҙар ойошманың Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Константин Канунников менән осрашып, көн үҙәгендә торған проблемалар хаҡында һөйләшеү мөмкинлегенә эйә булды.
Партия көндәре үткән төбәктә төрлө хеҙмәт коллективтары менән дә осрашыуҙар уҙа. Шишмәлә район дауаханаһы табиптары менән аралашыу ҙа үҙ һөҙөмтәләрен бирер. Бынан тыш, фирҡә ағзалары ҡасабаның никах теркәү һарайында, «Шишмә» йәмғиәтендә лә булды.