18.10.2011 Юлдарҙы яҡшыртыу мәсьәләһе ҡаралды
Башҡортостанда Рәсәйҙең транспорт министры Игорь Левитин булып китте. Ике көнлөк эш сәфәре барышында ул республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән аэропорт комплексын ҡараны, Бүздәк районының Комсомол ауылы янында һәм Өфө ҡалаһының Затон районында магистраль юлды файҙаланыуға тапшырыуҙа ҡатнашты.
Конгресс-холда министр Башҡортостандың транспорт инфраструктураһын һәм транспорт хәүефһеҙлеген үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда Рөстәм Хәмитов төбәктең транспорт тармағын үҫтереүҙең мөһим йүнәлештәрен билдәләне. Өҫтөнлөклө проекттар иҫәбендә республика башлығы автомобиль, һыу һәм һауа транспортының бер нисә объектын атап үтте. Атап әйткәндә, Өфө аша М−5 һәм М−7 трассаларын тоташтырыусы транспорт коридорын төҙөү. Тормошҡа ашырыу өсөн федераль үҙәктең ярҙамы талап ителгән тағы бер проект – Башҡортостан биләмәһендә Татарстан сигенән «Европа – Көнбайыш ҡытай» халыҡ-ара транспорт коридорының түләүле өлөшөн төҙөү. Рөстәм Хәмитов юлдар төҙөлөшөн финанслау мәсьәләһенең бик киҫкен тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Мәҫәлән, республика әһәмиәтендәге юлдарҙы ремонтлауға тейешле күләмдең 15 проценты ғына һалына, – тине ул. – Норманы үтәү өсөн беҙгә йылына автомобиль юлдарын ҡарау өсөн – алты миллиард һум, ә уларҙы ремонтлау өсөн 22 млрд һум аҡса кәрәк.
Рөстәм Хәмитов яҡын киләсәктә Ағиҙел ҡалаһында йылға порты төҙөү планлаштырылыуы хаҡында белдерҙе. Президент әйтеүенсә, ҙур йылға портын төҙөү республикаға инвесторҙар йәлеп итеүгә генә түгел, ә Ағиҙел ҡалаһының һәм Башҡортостандың төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш райондарының социаль-иҡтисади үҫешенең мөһим мәсьәләләрен дә хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк. Бынан тыш, федераль үҙәктең ярҙамы менән «Өфө» халыҡ-ара аэропортын үҫтереү буйынса ла саралар күреләсәк. Шулай уҡ ГЛОНАСС юлдаш навигация системаһын үҫтереүгә лә федераль министрлыҡтың ярҙамы талап ителә.
Игорь Левитин, был өҫтөнлөклө проекттарҙың бөтәһе лә илдең транспорт системаһын үҫтереү буйынса федераль маҡсатлы программаға индереләсәк, тип ышандырҙы.