18.10.2011 Өс һөйләм менән
Республика етәкселеге ҡарары менән Башҡортостанда өҫтөнлөклө рәүештә бәләкәй авиация үҫтереләсәк, төбәктең иҡтисади үҫеш министры Евгений Мавриндың әйтеүенсә, «еңел авиация кластеры республика үҫешенең принципиаль йүнәлеше булыуы ихтимал». Был проектты Башҡортостан Сочиҙа үткән халыҡ-ара инвестиция форумында ла әүҙем тәҡдим итте һәм федераль үҙәктән яҡлау тапты. Проектта Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Күмертау авиация производство предприятиеһы, шулай уҡ пилоттарҙы уҡытыу һәм тармаҡҡа ярҙам итеү менән шөғөлләнгән бер нисә структура ҡатнашасаҡ.
25 октябрҙә Өфөлә «Таҙалыҡ индустрияһы» IV махсуслаштырылған күргәҙмәһе асыла. Профессиональ таҙартыу техникаһы, инвентары, гигиена һәм санитария тауарҙары, көнкүреш химияһы менән тәьмин итеүселәр унда үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итәсәк. Күргәҙмәнең эш программаһы алдынғы брендтарҙың яңы продукция линияһын презентациялауҙы һәм практик демонстрациялар үткәреүҙе күҙ уңында тота.
Туғыҙ ай эсендә Сибайҙа 15 сауҙа объекты асылған, ике объект реконструкцияланған. Сафҡа индерелгән объекттарҙың дөйөм майҙаны – 1498,7 квадрат метр, шул иҫәптән сауҙа майҙандары 1110,3 квадрат метр тәшкил иткән. Инвестициялар күләме 15 миллион һумдан ашҡан, 37 эш урыны булдырылған.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, БР Фәндәр академияһы, БР Мәғариф министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт телдәре буйынса советы, БР Халыҡтар ассамблеяһы 19 − 21 октябрҙә «Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының актуаль проблемалары» XI төбәк конференцияһын үткәрә. Сара 20 октябрҙә Өфө ғилми үҙәгенең Биохимия һәм генетика институтының конференц-залында була. Конференцияла илебеҙҙең төрлө төбәктәренән билдәле ғалимдар ҡатнаша.
Өфөлә, Бабушкин урамында, «Рамаҙан» мәсетен төҙөү эштәре тағы башланды − ете йыл буйына төҙөлөш бер туҡтатылған, бер ҡабаттан тергеҙелгән. Хәҙер иһә хәйриә ярҙамын күрһәтеүселәр арҡаһында иман йорто тиҙерәк төҙөләсәк. Изге йорттоң төҙөлөп бөтөүен һәм уның ҡала үҙәгендә, ниһайәт, эшләй башлауын күп мосолмандар ҙур түҙемһеҙлек менән көтә.
«Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире Нур ҡолмырҙин һүҙҙәренсә, Баймаҡ районының Темәс ауылында «Минең күп милләтле республикам» балалар фестивален ойоштороу планлаштырылған. Ул декабрь айында үтәсәк. Байрам ваҡытында республика халыҡтары мәҙәниәтен «Ғилмияза» фольклор коллективы тәҡдим итәсәк.
«Айыҡ ауыл − 2011» республика конкурсы аҙағына яҡынлаша, унда Сибай ҡалаһы ҡала округының Төйәләҫ ауылы ла ҡатнаша. Конкурстың урындағы ойоштороу комитеты ултырышында ауылда үткәрелгән эшкә йомғаҡ яһалды, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде, «Иң яҡшы урам», «Иң яҡшы ихата», «Спорт һөйөүсе ғаилә» һәм башҡа номинациялар буйынса конкурс материалдарын әҙерләү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Конкурс сараларын үткәреүҙә ауылдың аҡһаҡалдар ҡоро, ветерандар советы, йәштәр советы, ауыл башҡорттары ҡоролтайы әүҙем ҡатнаша.
Р. МӘХИЙӘНОВА әҙерләне.