18.10.2011 Киләсәгеңде бөгөн уйла
Октябрҙә пенсияны финансларға ярҙам итеүсе дәүләт программаһы эшләй башлауына өс йыл тулды. Бөгөнгә унда Башҡортостандың 162 мең халҡы иҫәптә тора. Быйыл 48 135 кеше ошо программаға ҡушылған, шуларҙың 25 меңе дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы (http://www.gosuslugi.ru/) аша ғариза яҙған. Пенсияны финансларға ярҙам итеүсе дәүләт программаһында республиканың 64 страховкалау ойошмаһы ҡатнаша. Улар һәр эшсенең шәхси иҫәбенә өҫтәмә аҡса күсерә.
Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, өс йыл эсендә ошо программала ҡатнашыусыларҙың шәхси иҫәбенә 280 миллион һум күсерелгән. Уларҙың 73 процентының аҡсаһы − эш биреүселәрҙеке, ә ҡалған өлөшө – кредит ойошмаларыныҡы.
Әлеге программа барлыҡҡа килгәндең тәүге йылында уның ҡатнашыусылары буласаҡ пенсияһы иҫәбенә 90 миллион һумдан ашыу сумманы күсерһә, былтыр ул күрһәткес 116 миллион һум, ә ағымдағы йылдың тәүге туғыҙ айында 72 миллион һум тешкил иткән. Тимәк, халыҡтың программаға ышанысы арта.
Әгәр ҙә программала ҡатнашыусы бер календарь йыл эсендә пенсияһының тупланма өлөшөнә үҙ теләге менән 2000 һум һәм унан да күберәк аҡса күсерһә, дәүләт, был сумманы ике тапҡырға арттырып, шәхси пенсия иҫәбенә ҡуша, тик 12 000 һумға тиклем генә. 2012 йылда дәүләт финанслауын алыу өсөн мотлаҡ ошо йылдың аҙағына тиклем иғәнә индереп өлгөрөргә кәрәк.
Был программала 14 йәштән өлкән, мотлаҡ пенсия страховкалау системаһында теркәлгән һәр Рәсәй гражданы ҡатнаша ала. Уның өсөн РФ Пенсия фондының урындағы идаралығына, йә трансфер-агентлыҡтарға (банкылар, «Рәсәй почтаһы») мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шулай уҡ интернет-портал аша ла ғариза яҙырға мөмкин.
РФ Пенсия фондының
БР буйынса бүлексәһенең
матбуғат хеҙмәте.