RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

11.10.2011 Донъя яңылыҡтары

Мысыр тынмай
Мысырҙа йәнә ҡан ҡойош башланды.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, урындағы христиандарҙың хәрби полиция менән бәрелеше арҡаһында 200 тирәһе кеше зыян күргән, улар­ҙың 23-ө үлтерелгән. Һәләк булыу­сылар араһында хәрбиҙәр күп. Христиандар урындағы төп телеүҙәкте баҫып алып, Асуан губернаторының власты ташлап китеүен талап итергә тырышҡан. Мосол­мандар һәм христиандар араһындағы ығы-зығы бер ауылдан башланып киткән − ундағы мосолмандар сиркәүҙе яндырған.
Әле ҡаһирәлә «комендант сәғәте» индерелгән. Тахрир майҙанында, телеүҙәк эргәһендә төндә йөрөү тыйыла. Әле һаман да төрлө урындарҙа ике дин вәкилдәре үҙ-ара ыҙғышыуын дауам итә. Урындағы хәрбиҙәр ваҡиғаларҙы контролдә тоторға тырышһа ла, үҙ хоҡуҡтарын даулап күтәрелгән христиандарҙы тыйыуы ауырға төшә.

Тайфун-дауылдар ҡотора

Филиппин территорияһында ике ҡеүәтле тайфун теркәлде.
Был тәбиғәт «бүләге» арҡаһында 101 кеше һәләк булған. Баҫыуҙарҙың күбеһен һыу баҫҡан, ауыл хужалығы культуралары сәселгән әллә күпме майҙан зыян күргән. Әлегә матди зыянды 275 миллион доллар күләмендә баһалай­ҙар.
Ил территорияһына июнь – декабрь айҙарында егермеләгән тайфун һәм дауыл ябырыла. Йыл һайын унда кешеләр һәләк була, баҫыуҙарҙы һыу йыуа. Мәҫәлән, 1991 йылғы тайфун арҡаһында 6 меңдән ашыу кеше яҡты донъя менән хушлашҡайны.

Азатлыҡты юғалтыуҙары бар

Муйындан бурысҡа батҡан һәм бөгөн иҡтисади яҡтан ауыр хәлдә ҡалған Грецияға үҙ суверенитетынан баш тартырға тәҡдим итәләр.
Әгәр ил властары был тәҡдимде ҡабул итмәй икән, евро зонаһын ҡалдырырға мәжбүр буласаҡ. Һәр хәлдә, Грецияға гел ярҙам итеп торған Германияның банкрот хәленә етеп барған был илде артабан да алға «һөйрәргә» теләге юҡ.
Әле Греция яғы үҙаллылығынан баш тартырға йыйынамы-юҡмы икәнлеген аныҡ ҡына билдәләмәй. Әммә был илдең кәмәһе, ысынлап та, «ҡомға терәлгән» – дефолт янай.

ҡарттар йәл

Тихон ҡасабаһында ҡарттар интернаты янып бөткән.
Унда оло йәштәгеләр һәм инвалидтар йәшәгән бул­ған. 13 ке­ше өсөн ва­ҡыт­лыса йә­шәп тороу уры­ны булған йорт бер ҡатлы ағас бинанан ғибәрәт. Янғын бөтә кеше лә йоҡлаған ваҡытта ҡапыл ғына тоҡанған һәм дүрт кешенең ғүмерен өҙгән.
Әйткәндәй, янғын һүндереү машиналары ҡарттар йортона оҙаҡ ҡына килмәгән. Быға урындағы юлдарҙың насар булыуы ғәйепле. Туғыҙ кешене ҡасаба халҡы ҡотҡарып алып ҡалған. Интернаттағы ҡарттар һәм инвалидтарҙың күпселеге бөтөнләй йөрөй ҙә алмаған булған.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә