RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ауылдарҙы төҙөкләндереүгә – 81,8 миллион һум

08.10.2011 Ауылдарҙы төҙөкләндереүгә – 81,8 миллион һум

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов күрһәтмәһе буйынса 6 октябрҙә ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса муниципаль берәмектәргә ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйылған. Был маҡсатҡа республика бюджетынан муниципаль район хакимиәттәренә 81,8 млн һум аҡса бүленгән.
– Ябай кешеләрҙең проблемалары ябай нәмәләр­ҙән башлана: урамдарҙың яҡтыртылмауы, емерек ҡоймалар һ.б. – ти Рөстәм Хәмитов. – Беҙ һәр район­ға ошондай бәләкәй генә проблемаларҙы хәл итеү өсөн бер нисә миллион һум аҡса бүләбеҙ. Был эште ай-ай ярым эсендә атҡарып сығырға кәрәк. Ауылдарҙың, ҡасабаларҙың һәм ҡалаларҙың тышҡы йөҙөн матурайтырға тейешбеҙ.
Белеүегеҙсә, бынан алда ла Башҡортостан Президенты ҙур булмаған ҡалаларҙа урамдарҙы, йорт тирәләрен төҙөкләндереү буйынса республика маҡсатлы программаһының инициаторы булғайны. Был программаны тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан 300 млн һум аҡса бүленгән. Аҡса 22 ҡала һәм ҡала тибындағы ҡасабала юлдарҙы һәм йорт тирәләрен төҙөкләндереүгә ярҙам итәсәк. Өфө ҡалаһында иһә был йүнәлештә үҙенең махсус программаһы бар. Ул «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Рәсәйҙең яңы юлдары» программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Ағас алыу өсөн – яңы тәртип

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы халыҡҡа ағас бүлеүҙең яңы тәртибен раҫланы. Уның буйынса, йорт төҙөү өсөн 25 йылға бер тапҡыр 150 кубометр ағас алырға мөмкин.
Йортто төҙөкләндереү, реконструкциялау өсөн биш йылға бер тапҡыр 50 кубометр ағас бирелә. Мунса, усаҡлыҡ кеүек башҡа төҙөлөштәр өсөн һәр кемгә биш йылға бер тапҡыр 50 кубометр ағас бүленергә тейеш. Кәртә-ҡураны төҙөкләндереү өсөн өс йылға бер тапҡыр 15 кубометр ағас алырға мөмкин. Ниһайәт, йортто йылытыу өсөн йыл һайын 20 кубометр ағас бирелергә тейеш. Көтөлмәгән хәлгә һәм ҡазаға тарыған йәки йәшәгән урынын алмаштырған кешеләр билдәләнгән тәртиптән тыш та ағас алыу хоҡуғына эйә.
С. НИЯЗОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә