04.10.2011 Өс һөйләм менән
Торлаҡ төҙөлөшөн арттырыуға йүнәлтелгән республика программаһына ярашлы, быйыл 60 мең квадрат метр социаль торлаҡ төҙөләсәк. БР Торлаҡ төҙөлөшө фондының генераль директоры Р. Ноғоманов белдереүенсә, социаль торлаҡ Баҡалы, Нуриман, Ғафури, ҡырмыҫҡалы райондарында төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Киләһе йылда 17 ҡала-районда социаль торлаҡ төҙөлөшө башланасаҡ.
Мәскәүҙә мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә билдәлелек яулаған инвалидтарға, Паралимпия хәрәкәте вәкилдәренә Елена Мухина исемендәге милли премияны тапшырыу тантанаһы үтте. Ойоштороу комитетына быйыл 300 ғариза бирелгән. «Инва-спорт» номинацияһында премияға лайыҡ булыусылар араһында яҡташыбыҙ, Паралимпия чемпионы Ирек Зарипов та бар.
З. Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Ашхабадта үткән «Китап − хеҙмәттәшлеккә һәм үҫешкә юл» тип аталған халыҡ-ара күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнашып, ике дипломға лайыҡ булған. Тәүге диплом − нәшриәткә был сарала даими һәм әүҙем ҡатнашҡаны, ә икенсеһе «Балалар китабы» номинацияһында еңеүе өсөн бирелгән. Ватан һәм халыҡ-ара матбуғат индустрияһы ҡаҙаныштарын танытҡан, төркмән халҡының әҙәби мираҫын пропагандалаған, нәшерселәр һәм китап продукцияһын таратыусыларҙың аралашыу майҙансығына әүерелгән сара йыл һайын уҙғарыла.
Бөйөк Рәсәй ғалимы Михаил Ломоносовтың тыуыуына 300 йыл тулыуға ҡарата Рәсәйҙә үткәрелгән «Ломоносов аллеялары» акцияһы сиктәрендә ағас ултыртыу дауам итә. Башҡортостан да был саранан ситтә ҡалманы. Өфөнөң Затон биҫтәһендә Әхмәтов урамындағы 316-сы йорт алдында ғалимдар һәм студенттар 30 миләш ағасы ултыртты.
Болгария вәкилдәре Башҡортостанға 500 болгар китабы һәм 30 нәфис фильм бүләк итте. Улар «Башҡортостан − Болгария халыҡтары дуҫлығы» йәмғиәтенә тапшырылды. Бынан тыш, республика китапханаларының береһендә болгар әҙәбиәте бүлеге лә булдырыласаҡ.
62-се йәшендә 40 йыл ғүмерен киң мәғлүмәт сараларында эшләүгә бағышлаған тележурналист Булат Уразбаев вафат булды. Һуңғы йылдарҙа ул экология мәсьәләләрен ҡыйыу яҡтыртҡан тапшырыуҙар эшләне. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында яңы күрһәтелә башлаған «Беҙҙең йылдар» тапшырыуҙар шәлкеме − уның һуңғы эштәренең береһе.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.